Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Япон диңгеҙе (япон. 日本海 нихонкай, кор. 동해 тонхэ, «көнсығыш диңгеҙ») — Тымыҡ океан диңгеҙе.
Япон диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Төньяҡ-Көнсығыш Азия |
Майҙаны | 1062 мең км² |
Күләме | 1630 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 3742 м |
Уртаса тәрәнлек | 1753 м |
Япон диңгеҙе Викимилектә |
Майҙаны — 1062 мең км². Максималь тәрәнлеге — 3742 м (41°20′ с. ш. 137°42′ в. д.HGЯO).
Океандан Япон утрауҙары (Хонсю, Хоккайдо һ.б.) һәм Сахалин утрауы менән айырылған. Корея боғаҙы аша Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе, Сангар боғаҙы аша Тымыҡ океан, Лаперуза һәм Невельский (Мамия) боғаҙҙары аша Охот диңгеҙе менән тоташа. Диңгеҙ һыуҙары Рәсәй Федерацияһы, Япония, Корея Республикаһы һәм КХДР яр буйҙарын йыуа.
Көньяҡ өлөшөнә Куросио йылы ағымдың бер тармағы үтеп инә. Диңгеҙҙең төньяҡ өлөшө ҡышын туңа.
Төп порттары: Владивосток, Находка, Восточный, Совет Гаване, Ванино, Александровск-Сахалинский, Холмск, Ниигата, Цуруга, Майдзуру, Вонсан, Хыннам, Чхонджин, Пусан.
Балыҡ тотоу, трепангтарҙы, диңгеҙ ҡыҫалаһын һәм терпеһен аулау, ылымыҡтар йыйыу, марикультура тармаҡтары үҫешкән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.