From Wikipedia, the free encyclopedia
Тхимпху́ (дзонг-кэ ཐིམ་ཕུ་, тиб. ཐིམ་ཕུག་) — Бутандың баш ҡалаһы, боронғо замандарҙан Тхимпху тарихи провинцияһының баш ҡалаһы булған.
Ҡала халҡы — 79 185 кеше (2005 йылғы иҫәп алыу буйынса), 2012 йылғы баһалама буйынса — 99 021 кеше[1]. Ванг Чу йылғаһының көнбайыш ярында 2400 метр бейеклектә урынлашҡан.
Тхимпху шул уҡ атамалы илдең административ район үҙәге.
Климаты субтропик муссонлы. Ҡышын материк яғынан ҡоро елдәр иҫә, һалҡын һауа массалары үтеүенә тауҙар ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә ҡышҡы тәүлек температураһының ҙур үҙгәрештәре күҙәтелә (төндә йыш ҡына аҙыраҡ һыуыта, ә көндөҙгө температура 15 һәм унан да күберәк градусҡа күтәрелеүе мөмкин), ә яуым-төшөм бик һирәк була. Йәйен елдәр Һинд океаны яғынан иҫә һәм мул яуым-төшөм алып килә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 12,3 | 14,4 | 16,4 | 20,0 | 22,5 | 24,4 | 24,9 | 25,0 | 23,1 | 21,9 | 17,9 | 14,5 | 19,7 |
Уртаса температура, °C | 4,9 | 7,5 | 10,2 | 13,6 | 17,8 | 19,8 | 20,2 | 20,4 | 19,1 | 16,2 | 11,5 | 6,7 | 13,6 |
Уртаса минимум, °C | −2,6 | 0,6 | 3,9 | 7,1 | 13,1 | 15,2 | 15,4 | 15,8 | 15,0 | 10,4 | 5,0 | −1,1 | 8,0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 15 | 41 | 23 | 58 | 122 | 246 | 373 | 345 | 155 | 38 | 8 | 3 | 1427 |
Сығанаҡ: Weatherbase |
Ташичо ҡәлғәһе XIII быуатта монастырь булараҡ төҙөлә, 1960-сы йылдарҙа реставрациялана. 1952 йылда бында Бутан хөкүмәте резиденцияһы урынлаша. Йәйге осорҙа ҡәлғәлә илдең дини лидеры Дже Кенпо була. Бында шулай уҡ король Джигме Сингье Вангчуктың эш кабинеты бар. Королдең рәсми резиденцияһы Деченчолинг һарайы Тхимпхунан төньяҡтараҡ тора. Танго һәм Чери монастырҙәре шулай уҡ ҡалаға яҡын.
Тхимпхула Бутан хөкүмәте, парламенты һәм башҡарма власть органдарының биналары бар. Ҡалала шулай уҡ дипломатик вәкиллектәр һәм БМО ойошмаларының филиалдары эшләй.
Тхимпху ҡалаһында илдәге ҡунаҡханаларҙың күп өлөшө тупланған. Туристар ҡалаға башлыса көҙөн уҙғарылған Цечу фестивалдәре осоронда килә. 2007 йылда Бутанда хакимлыҡ итеүсе династияның йөҙ йыллығын байрам итеү менән бәйле туристар һаны һиҙелерлек күп була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.