Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тихвин зыяраты — Санкт-Петербургтың Александро-Невская лавраһы территорияһында элек урынлашҡан зыяраттарҙың береһе
Тихвин зыяраты | |
Нигеҙләү датаһы | 1823 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Тихвинское кладбище |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные на Тихвинском кладбище[d] |
Тихвин зыяраты Викимилектә |
XIX быуат башына Лазарев зыяраты тула, һәм ерләүҙәр өсөн яңы участка бүлергә ҡарар ителә. Башта Ново-Лазарев тип аталған зыяратҡа 1823 йылда нигеҙ һалына[1]. 1869—1871 йылдарҙа Ново-Лазарев зыяратының төньяҡ өлөшөндә сиркәү-төрбә төҙөлә, ул Божья Матерь Тихвин иконаһы хөрмәтенә изгеләндерелә. Ғибәҙәтхана төҙөүгә сауҙагәр Полежаевтар иғәнә бирә, уның ғаилә ағзалары өсөн төрбәлә 13 ҡәбер менән 20 урын бүленә. 1876 йылда Ново-Лазарев зыяраты Тихвин тип үҙгәртелә. 1931 йылда ҡорам ябыла һәм почта итеп үҙгәртелә.
Зыяраттарҙы төҙөкләндереү сәйәсәте һәм Музей-некрополь (һуңынан Ҡала скульптураһы музейы) ойоштороу сиктәрендә «Сәнғәт оҫталары некрополе» тип аталған ойошма менән бәйле 1935-1937 йылдарҙа зыяратты планлаштырыу башҡарыла (архитекторҙары Е.Н. Сандлер һәм Е.К. Реймерс). Был яңы ойошторолған «мемориал паркына» башҡа ҡала зыяраттарынан тарихи ҡиммәттәр тип иғлан ителгән яҡынса 60 ҡәбер ташы һәм һәйкәлдәр алып киленә. Шул уҡ ваҡытта Тихвин зыяратында, шул саҡтағы власть фекере буйынса, «бер төрлө ҡиммәттәргә эйә булмаған» ҡәберҙәр юҡ ителә[2].
Некрополдә XIX быуаттың икенсе яртыһынан башлап хәҙерге ваҡытҡа тиклем ҡуйылған һәйкәлдәр урынлашҡан. Был һәйкәлдәр өсөн рус классицизмының үҫешендә хас булған образлы монументализмдың юғалыуы күҙәтелә. Һәйкәлдәр йыш ҡына ҡатмарлы композициялар, икенсе пландағы деталдәрҙең тығыҙлығы, ә портреттарҙа шәхестең образын асыуға бик үк булышлыҡ итмәгән натуралистик һүрәтләүгә ынтылыш өҫтөнлөк итә. Һәйкәлдәр күпмелер кимәлдә үҙ персонаждарының ижади туғанлыҡ билдәһе буйынса төркөмләнгән. Һәйкәл ҡәбер ташымы ул, йәки кенотафмы ул, аныҡ түгел
Һәйкәл авторҙары: С. И. Витали, П. П. Гальберг, И. Я. Забелло, В. А. Гинцбург, Н. А. Беклемишев, И. А. Лаверецкий, А. И. Теребенёв, И. И. Бенуа, И. Е. Горностаев, А. В. Лансере, А. В. Щусев һ.б.
1966 йылда Николай Черкасовты ерләгәндән һуң зыярат оҙаҡҡа ябыҡ тип иҫәпләнә. Башлыса был музей булыу сәбәпле. Тик 1972 йылда Франциянан күсерелгән композитор Александр Глазуновтың кәүҙәһе һәм 1989 йылда бында ерләнгән Георгий Товстоногов өсөн генә ташлама яһала. Әлеге ваҡытта зыярат Александро - Невская лавраһына ҡарамай.
Категория:Похороненные на Тихвинском кладбище
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.