Тимор диңгеҙе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тимор диңгеҙе (индон. Laut Timor, порт. Mar Timor — хәнәүәт диңгеҙ) — Һинд океаны диңгеҙе. Австралия ҡитғаһы һәм Тимор утрауы араһында урынлашҡан. Акватория майҙаны — 432 мең км². Башлыса 250 метрҙан аҙыраҡ тәрәнлектәр өҫтөнлөк итә, максималь тәрәнлеге — 3300 метр. Диңгеҙҙең иң ҙур ҡултыҡтары — Жозеф-Бонапарт һәм Ван-Димен. Тимор диңгеҙе һыуҙары Австралия, Көнсығыш Тимор һәм Индонезия илдәренең ярҙарын йыуа.
Ҡыҫҡа факттар Тимор диңгеҙе, Урынлашыуы ...
Тимор диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Австралия һәм Океания |
Майҙаны | 432 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 3300 м |
Уртаса тәрәнлек | 435 м |
Тимор диңгеҙе Викимилектә |
Ябырға
Диңгеҙҙә байтаҡ ҡына углеводород запастары бар. 2009 йылда аҙаҡҡы 25 йыл эсендә иң ҙур нефть түгелеү осрағы теркәлә.[1]