Темәс (рус. Темясово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 3920 кеше булған[2]. Темәс — Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы.
Почта индексы — 453663, ОКАТО коды — 80206852001.
Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Ябырға
Күпселек халыҡ — башҡорттар (82 %).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө |
Бөтә халыҡ |
Ир-егеттәр |
Ҡатын-ҡыҙҙар |
Ир-егеттәр өлөшө (%) |
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | | | | | |
1920 йыл 26 август | | | | | |
1926 йыл 17 декабрь | | | | | |
1939 йыл 17 ғинуар | | | | | |
1959 йыл 15 ғинуар | | | | | |
1970 йыл 15 ғинуар | | | | | |
1979 йыл 17 ғинуар | | | | | |
1989 йыл 12 ғинуар | | | | | |
2002 йыл 9 октябрь | | | | | |
2010 йыл 14 октябрь | 3529 | 1486 | 2043 | 42,1 | 57,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 55 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 100 км
- Темәс Илекәев, башҡорт тарханы. 1735—1740 йылдарҙағы һәм 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыусы.
- Исҡужин Әбдрәхим Рәхмәтулла улы (1891—1930), ҡурайсы, халыҡ йырсыһы.
- Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (15.01.1965), йырсы. 2000 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы , «Яҙғы тауыштар» республика йыр конкурсы лауреаты.
- Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәле улы (10.03.1919—16.10.19989), ҡурайсы, уҡытыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөрйән район мәҙәниәт һарайының «Мәсем таш» халыҡ ҡурайсылар ансамлен ойоштороусы һәм уның 1946—1980 йылдарҙағы етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1954). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[3].
- Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5.02.1940), дәүләт эшмәкәре, педагог-методист һәм тел ғалимы, педагогия фәндәре кандидаты.
- Ридик Фәсхетдинов (1940—16.05.2022), музыкант, баянсы. 1962—1974 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1975 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсы-солисы, 2004—2010 йылдарҙа Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1982) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
- Әүәлбаев Мэльс Ситдиҡ улы (10.11.1939), ғалим-инженер-механик, 1966–1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҫемлекселекте механизациялау бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1998). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990)[4].
- Яманғолова Алһыу Мөҙәрис ҡыҙы (20.02.1949), терапевт, 1983—2004 йылдарҙа Темәс участка дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003)[5].
- Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы (1 май 1911 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — педагог. 1963—1972 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы директоры. 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин (1960), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943, 1963) ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.