From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәүкә (рус. Галка, лат. Corvus monedula) — ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған буҙ башлы, ҡара кәүҙәле ҡош[1]. Бөтә кешкгә билдәле. Һәр ваҡыт күмәкләшеп, ҡарғалар, ҡайһы ваҡыт күгәрсендәр менән бергә йөрөйҙәр. Суҡышы, маңлайы, тамағы, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Башы, кәүҙәһенең ал яғы ҡуйы һоро. Күҙҙәре аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.
Сәүкә | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Corvus monedula Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 146641 |
Тауышы яңғырауыҡлы:"сәүк-сәүк" йәки "кйәә-кйәә". Һирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл һәм ҡала эргәһендәге ағастарҙа, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәй.
Бөжәктәр, үләкһә, кеше ташлаған аҙыҡ ҡалдыҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ һәм бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөүсө ҡош. Ҡышҡыһын ҡалаларға килә. Бик киң таралған. Ояһы төрлө ерҙә: ағас баштарында һәм ҡыуыштарында, ерҙәге өңдәрҙә, ҡыйыҡ эсендә, тәҙрә баштарында, таш ярыҡтарында була.
Көрән таплы күкһел йәшел төҫтәге 4-6 бөртөк йомортҡа һала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.