Сәхих әл-Бохари
сөнниҙәрҙең алты төп хәҙистәр йыйынтығының береһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Сәхих әл-Бохари», әл-Бохари Сәхихе (ғәр. صحيح البخاري) — сөнниҙәрҙең алты төп хәҙистәр йыйынтығының береһе (Күтүб әс-ситтә). Хәҙистәр урта быуат ислам дине белгесе Мөхәммәт әл-Бохари тарафынан, ике быуат дауамында был хәҙистәр телдән-телгә тапшырылып килгәндән һуң, йыйылған. Сөнниҙәр өсөн "Сәхих әл-Бохари " хәҙистәрҙең иң ышаныслы өс йыйынтығының береһе булып тора[1]. Ҡайһы бер дин белгестәре «Сахих әл-Бохари» ҙы Ҡөрьәндән ҡала иң ышаныслы ислам китабы тип иҫәпләй[2]. Ғәрәп һүҙе сахих ул хаҡ, дөрөҫ тип тәржемә ителә[3].
Сәхих әл-Бохари | |
Производная работа | al-Tajrīd al-ṣarīḥ li-aḥādīth al-Jāmiʻ al-ṣaḥīḥ[d] |
---|---|
Төп тема | Хәҙистәр |
Баҫма йәки тәржемә | Sahih Al-Bukhari: The Early Years of Islam[d], Q115544772?, Ṣaḥīḥ al-Bukhārī (Dār Ibn Kathīr, 2002)[d], Q124370879? һәм Ṣaḥīḥ al-Bukhārī (Dār al-taʼṣīl, 2012)[d] |
Автор | Мөхәммәт әл-Бохари |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Сәхих әл-Бохари Викимилектә |
2021 йылдың декабрендә Татарстандың Лайыш суды «Сәхих әл-Бохари»ҙы экстремистик баҫма тип таный, ә 2022 йылдың 5 июлендә Татарстандың Юғары Суды тәҡдим ителгән ҡарарҙы раҫлай һәм 29 августа ошо нигеҙҙә РФ Юстиция Министрлығы «Сахих әл-Бохари» йыйынтығын экстремистик материалдар исемлегенә индерә[4] .