Сәлимов Марсель Шәйнур улы
сатирик шағир, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәлимов Марсель Шәйнур улы (3 ғинуар 1949 йыл) — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021). 1988 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1976 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016)[2]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2021), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998).
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Сәлимов Марсель Шәйнур улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР[1] Рәсәй[1] |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш) |
Тыуған урыны | Сәйет-Көрйә ауылы |
Һөнәр төрө | тәржемәсе, шағир, яҙыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй яҙыусылар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сәлимов Марсель Шәйнур улы Викимилектә |
Ябырға
Википедияла Сәлимов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Шулай уҡ:
- «Һәнәк» журналының баш мөхәррире (1980—2010);
- Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе (1996—2006);
- Рәсәй фәндәр һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (2008);
- Рәсәй әҙәбиәте академияһының ағза-корреспонденты (2009; 2013 йылдан — ағзаһы)[3];
- Рәсәй Шиғриәт академияһының ағза-корреспонденты (2011);
- Украина Халыҡ-ара әҙәбиәт һәм сәнғәт академияһы ағзаһы (2014);
- Халыҡ-ара Мәҙәниәт академияһының вице-президенты (2016)[4];
- Башҡортостан Республикаһының Журналистика ветерандары берләшмәһенең совет рәйесе[2].