![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/9b/Chuvash_diaspora_in_Volga_Federal_District.png/640px-Chuvash_diaspora_in_Volga_Federal_District.png&w=640&q=50)
Сыуаштар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сыуаштар (cыу. чӑвашсем) — Рәсәй Федерацияһының күп һанлы төрки халыҡтарының һәм илдең иң ҙур этностарының береһе. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, сыуаштарҙың дөйөм һаны 1 миллион 637 мең самаһы.
| |
Үҙ атамаһы |
чӑваш (ед. ч.), чӑвашсем |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: ~ 1,5 млн
| |
Тел |
Сыуаш теле, урыҫ тиеле |
Дин |
Күпселеге православие динендә[20]., |
Раса тибы |
Субурал тибы, понтий тибы, сублапоноид тибы |
Халыҡ |
төрки |
Туғандаш халыҡтар | |
Этник төркөм |
Вирьял, анатри, анат енчи |
Килеп сығышы |
Сыуашстанда йәшәүселәрҙең 49,2 проценты ошо милләт вәкилдәре. Сыуаш диаспоралары, йыйнаҡ төркөмдәр булып, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә көн итә. Ситтә йәшәүселәрҙең 30 процент самаһы Урал-Волга республиалары һәм өлкәләрендә: Башҡортостан, Татарстан, Ульяновск, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә тупланған.
Бынан тыш сыуаштар Ҡаҙағстан, Украина һәм Беларусь Республикаһында йәшәй.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/9b/Chuvash_diaspora_in_Volga_Federal_District.png/640px-Chuvash_diaspora_in_Volga_Federal_District.png)
Сыуаштар Көньяҡ Урал буйына XVII быуат башында күсенә башлай.
Башҡортостанда сыуаштар халыҡ һаны буйынса урыҫтарҙан, башҡорттарҙан, татарҙарҙан ҡалышып 4-се урында. Улар башлыса Ауырғазы районында — 12,5 мең, Бишбүләк районында — 10, 4 мең, Стәрлетамаҡта — 4,9 мең, Ҡырмыҫҡалы районында — 4,8 мең йәшәй.
Сыуаш шағирҙары К. В. Иванов, Я. Г. Ухсай Башҡортостандың Бәләбәй районы Ыҫлыҡбаш ауылында тыуған.
Космонавт Андриян Николаев та сыуаш милләтенән.