Истанбул
From Wikipedia, the free encyclopedia
Истанбу́л (төр. İstanbul; рус. Стамбул) — элек Византия, һуңынан Константинополь булараҡ билдәле. Төркиәнең иң ҙур ҡалаһы, илдең иҡтисади, тарихи һәм мәҙәни үҙәге, диңгеҙ порты. Бер үк исемле Истанбул иле [1] үҙәге. Босфор боғаҙы ярында урынлашҡан. Ҡаланың ҙур өлөшө Европала, бәләкәйе — Азияла төйәкләнгән. Европалағы иң ҙур ҡала[2]. Баш ҡаланың Европа (төп) һәм Азия өлөштәре күперҙәр һәм тоннелдәр менән тоташтырылған. 15 миллиондан ашыу кеше йәшәгән Истанбул донъялағы иң тораҡлы ҡалаларҙың береһе булып тора. Рим, Көнсығыш Рим (Византия), шулай уҡ Латин һәм Ғосман империяларының элекке баш ҡалаһы. Төркиәнең баш ҡалаһы булып тормай. 1923 йылда, Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштан һуң, илдең яңы баш ҡалаһы итеп Анкара һайлана. Ҡалала Төрки шураһы — төрки телле дәүләттәрҙе берләштереүсе халыҡ-ара ойошмаһының секретариаты урынлашҡан. Ҡара һәм Урта диңгеҙҙәр араһында стратегик позицияны биләй. Шулай уҡ тарихи Ебәк юлында урынлашҡан[3].
Ҡала | |
Истанбул төр. İstanbul | |
Ил |
ТөркиәТөркиә |
---|---|
Вилайәт | |
Координаталар | |
Мэр |
Кадир Топбаш |
Нигеҙләнгән |
б. э. тиклемге 667 йыл |
Элекке исеме |
330 йылға тиклем — Византий |
Майҙаны |
5343 км² |
НУМ бейеклеге |
100 м |
Рәсми теле |
Төрөк |
Халҡы |
▲ 13 255 685 кеше (2010) |
Тығыҙлығы |
2480,9 кеше/км² |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 |
Телефон коды |
+90 212 (Европа өлөшө) |
Почта индексы |
34010-34850 |
Һанлы танытмалар | |