Сталагмит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сталагмиттар (бор. грек. στάλαγμα — тамсы) — өҫтән төшкән тамсыларҙан мәмерйә төбөнән һәм башҡа ер аҫты карст ҡыуышлыҡтарынан конустар, бағаналар рәүешендә хасил булып үҫә торған минераль матдәләр (күбеһе эзбизле, һирәгерәк гипслы, тоҙло). Улар сталактиттарға ҡаршы үҫә һәм, йыш ҡына үҙ-ара ҡушылып, сталагнат барлыҡҡа килә.
Донъяла иң бейек һәм Америкала иң ҙурыһы — «Мартин Инферно» (исп. Martín Infierno)[1]мәмерйәһендә, Сьенфуэгос провинцияһында (Куба) табылған сталагмит тип һанала. Уның бейеклеге — 67,2 м. Европала — 35,6 м (Словакиялағы Бузго мәмерйәһе)
Шулай уҡ, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса[2], ихтимал, донъяла иң бейек сталагмит Шондонг (Вьетнам) мәмерйәһендә тигән фараздар бар.