From Wikipedia, the free encyclopedia
Император Санкт-Петербург археология институты — рус. - рус. Санкт-Петербургский археологический институт - Рәсәйҙә археологтар һәм архивистар әҙерләү өсөн фәнни һәм уҡыу-уҡытыу учреждениеһы. Санкт-Петербург ҡалаһында 1877-1922 йылдарҙа эшләй.
Санкт-Петербург археология институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1877 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1922 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Санкт-Петербургского археологического института[d] |
Санкт-Петербург археология институты Викимилектә |
1877 йылда Н.В.Калачов башланғысы буйынса нигеҙ һалына, ул уның тәүге директоры була. Уҡыу ваҡыты 2 йыл тәшкил иткән. Юғары белемле кешеләр ҡабул ителгән, уҡыу өсөн түләү (1899 йылға тиклем) индерелмәгән; бынан тыш, хатта мохтаждарға пособие ла бүленгән. Шәхси уҡыу йорто булараҡ, ирекле тыңлаусыларҙың һанына бәйле, институттың студенттарына архив ғилеме буйынса даими практика биреүе мөмкин булмаған.
Мәскәү археология институтынан айырмалы рәүештә, Санкт-Петербургта башта археографтар һәм архивистар ғына әҙерләнгән, ә Мәскәүҙәге институт - профессиональ археологтар ҙа уҡытып сығарған. Курсты тамамлағандар институттың мөхбир ағзаһы йәки ағза-хеҙмәткәр исемен алған (ирекле тыңлаусылар). Тәүге ун йыллыҡта институтта 182 кеше белем алған, шуларҙың 109-ы - уҡыусы һәм 73 ирекле тыңлаусы.
Ошо осорҙа 31 студент ҡына ике йыллыҡ уҡыу курсын үтә һәм сығарылыш һынауҙарын уңышлы бирә ала, уларҙан 24 ғәмәлдәге ағза һәм 7 ағза-хеҙмәткәр була. Айырым йылдарҙа Санкт-Петербург археология институтында студенттар араһында өстән бер өлөшө тиерлек урта һәм юғары дини уҡыу йорттарын тамамлаусы булыуы иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, 1897-1898-се уҡыу йылында 148 тыңлаусы араһында 47 кеше Санкт-Петербург дини академияһында алынған юғары белемгә эйә булған[1].
1899 йылғы Положение бөтә предметтарҙы төп һәм төп булмағанға бүлгән. Төп предметтарға: славян-рус археографияһы, славян-рус палеографияһы, архивография, тәүтормош археологияһы, христиан археологияһы (сәнғәт ҡомартҡылары, айырыуса византия һәм рус сәнғәте ҡомартҡылары), юридик боронғолоҡтар, Рәсәй тарихы һәм этнографияһы, нумизматика (айырыуса рус ҡомартҡылары).
Тыңлау мотлаҡ булмаған предметтар - поляк-литва боронғолоҡтары, грек һәм латин палеографияһы. Положениела шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы менән килешеп, институтҡа "боронғолоҡ фәненең башҡа тармаҡтары буйынса ла уҡыуҙар" асырға рөхсәт ителә.
Бынан тыш, 1899 йылдың Положениеһы буйынса, ирекле тыңлаусылар өсөн 30 һум күләмендә түләү индерелә. Һуңғараҡ белем алыу өсөн түләү барыһы өсөн дә индерелә, ә Совет уҡыу өсөн түләү күләмен билдәләү хоҡуғына эйә була. Ошо ваҡытҡа институтта 1000-гә яҡын студент белем алған булған. 1907 йылда Мәскәүҙә археологик институт асылыу менән, уҡыусылар һаны ике тапҡырға кәмегән, уҡыу йылында 526 кеше иҫәпләнгән[2].
Институт «Сборник Археологического института» (1878—1898) һәм «Вестник археологии и истории» (1885—1918) баҫмаларын нәшер иткән.
1878 йылдан юридик боронғолоҡтар курсын В.И. Сергеевич уҡыта. Архив ғилеме буйынса лекцияларҙы 1885-1891 йылдарҙа институт директоры булған И. Андреевский уҡый. Уның вафатынан һуң Андреевский курсын институтты тамамлаған А.П. Воронов дауам итә. 1891-1896 йылдарҙа директор вазифаһында - А. П. Труворов, 1897 йылдан - А. Соболевский, ул бер үк ваҡытта члавян-рус палеографияһы буйынса лекциялар уҡыған. Артабан директорҙар булып Н.В.Покровский (1899-1917), Н. Веселовский (1917-1918) һәм С.Ф. Платонов (1918-1922) эшләгән. 1900 йылдан алып славян палеография буйынса лекцияларҙы Н. М. Каринский уҡый. 1914 йылдан, С. Середонин урынына, тарихи география буйынса лекцияларҙы А. А. Спицын уҡый башлай.
1922 йылда Санкт-Петербург дәүләт университеты ижтимағи фәндәр факультетының Археология һәм сәнғәт тарихы бүлексәһе итеп үҙгәртелә. Васильев утрауының 9-сы линияһы, 37/2, артабан Екатерина каналы, 14 адресы буйынса урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.