From Wikipedia, the free encyclopedia
Советтар Союзы Маршалы С. М. Буденный исемендәге элемтә хәрби академияһы — Рәсәй Федерацияһы хәрби уҡыу йорто, Санкт-Петербургта урынлашҡан. 1919 йылда нигеҙ һалынған.
С. М. Будённый исемендәге хәрби элемтә академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1919[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Будённый Семён Михайлович |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урын | Санкт-Петербург |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | vas.mil.ru[1] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Военной академии связи имени С. М. Будённого[d] |
С. М. Будённый исемендәге хәрби элемтә академияһы Викимилектә |
1919 й. (8 ноябрь). Академияға нигеҙ һалына. Тәүге исеме «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) командирҙар составының юғары хәрби электротехник мәктәбе»
1941 й. (21 ғинуар). СССР Оборона Халыҡ комиссары (НКО) бойороғо буйынса Хәрби электротехник элемтә академияһы тип атала башлай.
1946 йыл (1946 йылдың 5 июле). РККА ГШ директиваһы нигеҙендә академия С. М. Буденный исемендәге Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденлы элемтә академияһы тип атала башлай.
1952 йыл, элемтә академияһы базаһында ике академия ойошторола: Хәрби элемтә академияһы (командирҙар) һәм С. М. Буденный исемендәге элемтә Хәрби инженер академияһы
1957 йыл, улар яңынан бер академияға — С. М. Буденный исемендәге элемтә Хәрби академияһына берләштерелә.
29 август 1998 йыл. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1000-се һанлы ҡарары менән Хәрби элемтә академияһы Рязань, Кемерово, Ульяновск ҡалаларындағы филиалдары булған элемтә Хәрби университеты тип үҙгәртелә.
2004 йылдың 9 июлендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 937-р номерлы ҡарары менән Хәрби элемтә университеты С. М. Буденный исемендәге Хәрби элемтә академияһы тип үҙгәртелә.
Академия 35 дәүләттең ҡораллы көстәре өсөн белгестәр әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.
Академияның төп корпусы Тихорецкий проспекты, 3 адресы буйынса урынлашҡан, Академияның факультеттарының береһе Суворов проспекты, 32 адресы буйынса бинала урынлашҡан.
ЮҒАРЫ БЕЛЕМ
11.05.04 Мәғлүмәт коммуникацион технологиялар һәм махсус элемтә системаһы
Һөнәр: махсус тәғәйенләнештәге радиобәйләнеш системаһы;
Һөнәр: махсус спутник бәйләнеше системаһы;
Һөнәр:күп каналлы телекоммуникация системалары;
Һөнәр: оптик элемтә системаһы;
Һөнәр: махсус тәғәйенләнешле коммутация системалары һәм элемтә селтәрҙәре;
09.05.01 Махсус тәғәйенләнешле автоматлаштырылған системаны ҡулланыу һәм эксплуатациялау
Һөнәр: хисаплау машиналарын, комплекстарҙы, махсус тәғәйенләнешле системалар һәм селтәрҙәрҙе файҙаланыу;
Һөнәр: мәғлүмәтте автоматлаштырылған эшкәртеү һәм идара итеү системалары;
Һөнәр: математика, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа һәм мәғлүмәт менән тәьмин итеү.
Уҡыу ваҡыты 5 йыл
Уҡыу формаһы — көндөҙгө бүлек.
Академияны тамамлаусыларға лейтенант хәрби званиеһы һәм «инженер» квалификацияһы, дәүләт өлгөһөндәге диплом бирелә.
УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮ
210709 Күп каналлы телекоммуникация системалары;
210721 Радиоэлемтә, радиотапшырыуҙар һәм телевидение;
210723 элемтә селтәрҙәре һәм коммутация системалары;
Уҡыу ваҡыты 2 йыл 10 ай.
Уҡыу формаһы — көндөҙгө бңлек.
Хәрби академияны тамамлаусыларға «прапорщик» хәрби званиеһы һәм «техник» квалификацияһы, дөйөм граждандар өлгөһөндәге диплом бирелә.
Тамамлаусылар Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төрөндәге ҡораллы көстәр частәрендә, берләшмәләрендә, элемтә учреждениеларында, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың беренсел вазифаларында: техник, аппаратная етәкселәре һәм уның квалификацияһына тап килгән башҡа вазифаларҙа хеҙмәт үтеү өсөн тәғәйенләнгән.
- Жуков ордены (2019 йылдың 16 июле, Рәсәй Президентының 334-се һанлы Указы менән илдең оборона һәләтен нығытыуҙа һәм квалификациялы хәрби кадрҙар әҙерләүҙә ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнә)
- Ленин ордены (1968)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944)
- «Ватан һәм халыҡ алдындағы хеҙмәте өсөн» алтын хәрби ордены (ГДР, 1972)
- I дәрәжә «Болгария Халыҡ Республикаһы» ордены (БХР хөкүмәте ҡарары менән, 1974)
- Польша Халыҡ Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары ордены йондоҙо менән Командор Тәреһе " (ПХР Дәүләт Советы Указы, 1979)
- Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены (МХР Бөйөк Халыҡ Хуралы Президиумы Указы, 1980)
- I дәрәжә Хәрби Ҡаҙаныштар ордены, (СРВ Дәүләт Советы указы, 1983)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (ЧССР Президенты Указы, 1985)
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.