Рур музыка театры
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рур музыка театры (нем.Revier Musiktheater im) — Гельзенкирхендың (Германия) төп мәҙәниәт ҡомартҡыларының береһе[3] . 1959 йылдың 15 декабрендә асылған.
Рур музыка театры | |
Нигеҙләү датаһы | 1959 |
---|---|
Дәүләт | Германия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Гельзенкирхен[d][1] |
Архитектор | Werner Ruhnau[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1959[2] |
Һыйым | 1344 |
Мираҫ статусы | мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d] |
Рәсми сайт | musiktheater-im-revier.de |
Рур музыка театры Викимилектә |
Театр өс йыл дауамында төҙөлгән (1956—1959 йылдарҙа). Мәҙәниәт ҡорамын төҙөүҙә үҙ ваҡытында бер нисә талантлы архитектор (Вернер Рунау, Харальд Дайлманн, Ортвин Раве һәм Макс фон Хаузен) эшләй. Тәүҙә театрҙа төп жанрҙар булып опера, балет һәм драма сығыш яһай. Әммә 1966 йылдағы финанс кризисынан һуң тик музыка жанрына ғына күсәләр.
Театр фасады куб формаһында һәм 4500 квадрат метр быяланан башҡарылған. Был урам яҡтан бинаның эске өлөшөн күрергә мөмкинлек бирә. Ә бынаның тамаша залы, киреһенсә, түңәрәк формала. Рур театры үҙенсәлекле дизайны арҡаһында бик танылған.
Театр постановкаларын Ҙур һәм Бәләкәй залдарҙа ҡарарға мөмкин. Ҙур залдың дөйөм һыйҙырышлығы 1005 урын, Бәләкәй залы 336 урын тәшкил итә[4]
Һуңғы йылдарҙа Рур музыка театры ҡыҙыҡлы пьесалары менән сәнғәт һөйөүселәрҙе үҙенә йәлеп итә. Театрҙың ижади коллективы үҙ опера труппаһынан, хор артистарынан, балет труппаһынан тора. .
Шулай уҡ «Яңы Вестфалия филармонияһы» исемендәге музыка коллективы бар[5], ул Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендә иң ҙур дәүләт оркестры булып тора.
1961 йылда театр бинаһында Бернхард Виккиның «Чудо отца Малахиаса» фильмы төшөрөлә
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.