From Wikipedia, the free encyclopedia
Рентгений (лат. Roentgenium, Rg) — элек унуну́ний, лат. Unununium, Uuu йәки эка-алтын) Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, яһалма синтезлап сығарылған 11-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 111,.атом номеры 111. Ябай матдә рентгений — күсемле металл. Иң оҙайлы тороусы (ярым тарҡалыу осоро — 2,1 минут) билдәле изотобының масса һаны 282.
Рентгений | |
Кем хөрмәтенә аталған | Вильгельм Конрад Рентген |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Институт тяжёлых ионов[d] |
Асыу датаһы | 8 декабрь 1994 |
Табылыу урыны | Институт тяжёлых ионов[d] |
Элемент символы | Rg[1] |
Атом һаны | 111 |
Рентгений Викимилектә |
Рентгений элементының символы — Rg (Рентгений тип уҡыла).
Рентгений 1994 йылда Германияның Дармштадт ҡалаһы эргәһендәге Виксһаузен районында урынлашҡан Ауыр иондар институты тарафынан асыла.
111 элемент синтезын 1994 йылдың 8 декабрендә тәүге тапҡыр немец физиктары[2] үткәргән. Немец физиктарынан тыш, халыҡ-ара төркөмгә Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институтынан өс рәсәй ғалимы, болгар (В. Нинов), ике словак һәм Финляндияның бер вәкиле ингән.
Тәүге синтез түбәндәге реакция буйынса үткәрелә.
Элементты башлап асыусылар уны билдәле немец физигы, Нобель премияһы лауреаты, нурҙы асҡан Конрад Вильгельм Рентген хөрмәтенә рентгений тип атарға тәҡдим итәләр[3]. Элементтың символы— Rg.
IUPAC 111 элементтың асылыуын рәсми рәүештә 2003 йылда танылған[4], ә 2004 йылдауға рентгений исеме бирелгән[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.