Ракетка
спорт инвентары / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ракетка — спорттың теннис, сквош, бадминтон, өҫтәл теннисы, ракетбол кеүек уйын төрҙәрендә ҡулланылған спорт инвентары. Ракетка тотҡостан һәм һуҡҡыстан тора. Ракетка һуҡҡысының майҙаны бәләкәй булһа (мәҫәлән, өҫтәл теннисы уйынына тәғәйенләнгән ракетканыҡы кеүек), уны тоташ итеп эшләйҙәр, ә ҙур булһа, аэродинамик ҡаршылыҡты кәметеү маҡсатында уны ҡылдан үреп яһайҙар. Был осраҡта ҡылдар овал йә тамсы рәүешендәге тирәскә тарттырыла. Был өлөшө ракетканың башы тип атала. Элек ракеткалар ағастан, ә ҡылдары мал тарамышынан йә эсәктәренән эшләнгән. Әлеге ваҡытта ракетка эшләү өсөн углерод сүс йә еңел металдарҙың иретмәһе кеүек синтетик материалдар файҙаланыла. Ә ҡылдар ғәҙәттә нейлондан йә башҡа синтетик материалдан яһала, әммә теннис ракеткаларына һаман да һыйыр малы эсәктәренән эшләнгән ҡылдар тарттыралар. Ракеткаларҙың тотҡостары иһә тотоу өсөн уңайлы булһын өсөн махсус туҡыма менән көпләнә.
Ракетка | |
Спорт төрө | Бадминтон, теннис һәм спорт с ракетками[d] |
---|---|
Код MCN | 9506.5[1] |
Ракетка Викимилектә |