From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Пётр I (Пётр Алексе́евич Рома́нов; (9 июнь 1672 йыл — 8 февраль 1725 йыл) — Рәсәй империяһының һуңғы Батшаһы (1682—1721) һәм беренсе Императоры (1721—1725).
Пётр I Алексеевич | ||||
рус. Пётр I | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
7 май (27 апрель) 1682 — 2 ноябрь (22 октябрь) 1721 | ||||
Коронация: | 25 июнь (5 июль) 1682 | |||
Регент: | Софья Алексеевна (1682 — 1689) | |||
Соправитель: | Иван V (1682 — 1696) | |||
Алдан килеүсе: | Фёдор III Алексеевич | |||
Дауамсы: | Титул бөтөрөлә | |||
1721 йылда Пётр император титулын ала | ||||
| ||||
22 октябрь (2 ноябрь) 1721 — 28 ғинуар (8 февраль) 1725 | ||||
Алдан килеүсе: | титул ҡабул ителде | |||
Дауамсы: | Екатерина I | |||
Дине: | Православ | |||
Тыуған: | 30 май (9 июнь) 1672 Мәскәү, Рус батшалығы | |||
Үлгән: | 28 ғинуар (8 февраль) 1725 (52 йәш) Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы | |||
Ерләнгән: | Петропавловск соборы, Санкт-Петербург | |||
Нәҫел: | Романовтар | |||
Исеме: | рус. Романов Пётр Алексеевич | |||
Атаһы: | Алексей Михайлович | |||
Әсәһе: | Наталья Кирилловна | |||
Ҡатыны: | 1) Евдокия Лопухина 2) Екатерина Алексеевна | |||
Балалары: | (от 1) Алексей Петрович (от 2) Анна Петровна Елизавета Петровна Пётр (бала саҡта үлде) Наталья Петровна (1718—1725) (бала саҡта үлде) башҡа бала саҡта үлде | |||
Автограф: | ||||
Монограмма: | ||||
Наградалары: |
| |||
Романовтар династияһы вәкиле булараҡ, Бөтә Рәсәй Бөйөк Кнәзе һәм Батшаһы итеп 1682 йылда, 10 йәшендә сағында иғлан ителә. 1689 йылдан дәүләт менән үҙаллы идара итә башлай. Ағаһы Иван V үҙенең 1696 йылдағы вафатына тиклем формаль рәүештә батша вазифаһын бергә башҡарыусы булып һанала.
Йәш сағынан уҡ фән һәм сит илдәрҙәге тормош менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ Пётр Көнбайыш Европа илдәрендә оҙайлы сәйәхәттә булған беренсе рус батшаһы булып һанала. 1698 йылда оҙайлы сәйәхәттән әйләнеп ҡайтҡас рәсәй дәүләтселегендә һәм ижтимағи тормошта масштаблы реформалар башлай. Төньяҡ һуғышынан һуң Рәсәйгә Балтика буйы ерҙәрен ҡушыу Пётрҙың иң ҙур ҡаҙанышы булып тора. Был ҡарар XVI быуатта ҡабул ителгән булған һәм 1721 йылдан Пётр Рәсәй императоры титулын йөрөтә.
XVIII быуат аҙағынан алып хәҙерге көнгәсә тарих фәнендә һәм ижтимағи тормошта Пётр шәхесенә, уның Рәсәй тормошондағы роленә диаметраль ҡапма-ҡаршы баһа биреүселәр бар. Рәсми Рәсәй тарихында Пётр XVIII быуатта Рәсәйҙең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе данлыҡлы дәүләт эшмәкәре тип баһалана. Шул уҡ ваҡытта Николай Карамзин, Василий Ключевский, Павел Милюков кеүек күренекле тарихсылар уны ҡарға тәнҡитләйҙәр.
Был монарх, династия йә һинең вәкилдең тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.