Пиза
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пиза — (итал.Pisa) Тоскана төбәгендә итальян ҡалаһы һәм коммунаһы, Лигур диңгеҙенән 10 км алыҫлыҡта ята, Пиза провинцияһының административ үҙәге.
Ҡаланың рәсми булмаған символы — йығылыусы манара, 1986 йылдан майҙан, собор һәм баптистерий менән бергә Бөтә донъя мираҫының объекты статусына эйә.
Ҡаланы ҡурсалаусы булып Изге Райнерий (итал.San Ranieri) һанала. Ҡала байрамы — 17 июнь.
Ҡала диңгеҙ кимәленән 4 метр бейеклектә ята. Майҙаны 185 км². Ҡала биләмәһендә Арно йылғаһы аға. Ҡалала 87353 кеше йәшәй (2008). Халыҡ тығыҙлығы 472 кеше/км².
Пиза өсөн үҙәк һәм көньяҡ Италиялағы кеүек урта диңгеҙ климаты хас.
Пизы климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 17,6 | 21,0 | 24,0 | 27,9 | 30,9 | 35,0 | 37,8 | 38,8 | 36,2 | 30,2 | 24,0 | 20,4 | 38,8 |
Уртаса максимум, °C | 11,4 | 12,6 | 15,2 | 17,8 | 22,2 | 26,0 | 29,4 | 29,5 | 25,7 | 20,9 | 15,3 | 11,8 | 19,82 |
Уртаса температура, °C | 6,8 | 7,6 | 9,8 | 12,5 | 16,4 | 20,0 | 23,1 | 23,4 | 20,0 | 15,8 | 10,7 | 7,6 | 14,48 |
Уртаса минимум, °C | 2,2 | 2,5 | 4,4 | 7,2 | 10,7 | 14,1 | 16,7 | 17,2 | 14,3 | 10,7 | 6,1 | 3,4 | 9,13 |
Абсолют минимум, °C | −13,8 | −8,4 | −8,2 | −3,2 | 2,8 | 5,8 | 8,8 | 8,2 | 3,8 | 0,3 | −7,2 | −7,2 | −13,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 63,4 | 57,5 | 59,8 | 89,1 | 61,5 | 47,8 | 25,4 | 49,4 | 101,5 | 140,3 | 123,5 | 74,4 | 893,6 |
Сығанаҡ: Servizio Meteorologico. Температура и осадки, 1971-2000.[7] |
Сағыштырмаса һауа дымлылығы һәм ҡояш сәғәте һаны, 1961—1990[8] | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ай | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Год |
Сағыштырмаса һауа дымлылығы, % | 75 | 71 | 70 | 72 | 72 | 70 | 67 | 68 | 71 | 72 | 74 | 76 | 71.5 |
Ҡояш нуры балҡышы, сәғ. | 105.4 | 121.5 | 151.9 | 192.0 | 241.8 | 267.0 | 316.2 | 279.0 | 219.0 | 176.7 | 111.0 | 93.0 | 2274.5 |
Римлеләр килгәнгә тиклем, лигуриялылар йәшәй. Беҙҙең эраға тиклем 180 йылдан һуң — Рим республикаһы колонияһы һәм уның хәрби-диңгеҙ базаһы. Пиза епископияһы тураһында 313 йылдан билдәле.
Урта быуат Пизаһы — сауҙа ҡалаһы-дәүләте өлгөһө. Пизалылар итальяндарҙың сарацин агрессияһы менән көрәшенең иң осонда тора, 1016 йылда Генуя менән союзда Сардинияны ғәрәптәрҙән азат итә, 1063 йылда мосолман Палермоһын тар-мар итә. Пиза республикаһы диңгеҙҙә Генуя республикаһы менән, ҡоро ерҙә Лукка һәм Флоренция менән өҙлөкһөҙ һуғыша.
XII—XIII быуаттарҙа ҡала роман стилендә ҙур төҙөлөш алып бара; уны биҙәү өҫтөндә Пизаноның талантлы рәссамдар һәм һөнәрселәр ғаиләһе эшләй, һынлы сәнғәт мәктәбе үҫешә.
Пиза граждандары Изге Рим империяһы императорҙарының ярҙамлашырға ризалығын алһалар ҙа, Тәре походтары йылдарында үҙ позицияһын нығыта, тик пиза дәүләтселегенең алтын быуаты 1284 йылда генуялыларҙаң Мелория янында еңелеүе менән тамамлана. Ҡаланың диңгеҙ ҡеүәте кәмеүенең сәбәбе Арно йылғаһының ләмләнеүе арҡаһында була. Йылға үҙәненең үҙәгереүе Пизаны бөтөнләй диңгеҙ сауҙаһынан мәхрүм итә.
1406 йылда Пизаны флоренциялылар яулай. Ҡалаға Итальян һуғышы сыуалышында ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа (1494—1509 йыл) үҙенең үҙаллылығын ҡайтарыу мөмкин була, әммә Медичи власы аҫтында кире ҡайтарғандан һуң ҡала бөтә сәйәси әһәмиәтен юғалта.
1564 йылда Пизала Галилео Галилей тыуған. Ул урындағы университетта уҡыған һәм уҡытҡан, университет Тосканала иң боронғо университет булып һанала. Университет янындағы ботаника баҡсаһы Козимо I тарафынан 1544 йылда төҙөлгән.
Күп кенә пиза һәм тоскана аш-һыуҙары хуш еҫе һәм ҡырҡыулығы менән айырыла. Киң таралған пиза аш-һыуҙарынан — аҡ фасоль ашы, тәлмәрйендән аш һәм пиза ашы.
Пьяцца деи Мираколи («Мөғжизә майҙаны») майҙанында билдәле собор комплексы ҡаланың хәҙерге үҙәгенән ситтә урынлашҡан һәм үҙ эсенә түбәндәге ҡомартҡыларҙы индерә:
Музейҙары:
Сиркәүҙәре:
Башҡалары:
Пьяцца деи Мираколи | Кампо-Санто | Санта Мария делла Спина | Арно аша күпер |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.