From Wikipedia, the free encyclopedia
Пастеризация — шыйыҡ аҙыҡ-түлекте, матдәләрҙе 60 минут буйы 60 °C-ҡа тиклем йәки 30 минут буйы 70—80 °C-ҡа тиклем бер мәртәбе йылыла тотоу процессы. Был технологияны XIX быуат уртаһында француз микробиологы Луи Пастер тәҡдим иткән. Пастеризация процессы аҙыҡты зарарландырыу һәм һаҡлау ваҡытын оҙайтыу өсөн ҡулланыла.
Пастеризация | |
Кем хөрмәтенә аталған | Луи Пастер[1] |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Луи Пастер |
Асыу датаһы | 20 апрель 1864 |
Етештереү урыны | Арбуа[d] |
Етештереү ысулы | йылытыу[d][2] |
Бәйләнеше булыу | кулинария[d], медицина һәм фармацевтика[d] |
Пастеризация Викимилектә |
Аҙыҡ сеймалының төрөнә һәм үҙенсәлегенә ҡарап пастеризация режимы һайлана. Ваҡытына ҡарап пастеризация оҙайлы (63-65 °C 30-40 минут эсендә), ҡыҫҡа (85-90 °C 0,5—1 минут эсендә) һәм етеҙ (98 °C бер нисә секунд эсендә) булыуы мөмкин. Продуктты бер нисә секундҡа 100°-тан артыҡ температурағы йылытыу ультрапастеризация тип атала.
Пастеризация ваҡытында вегетатив микроорганизмдар юҡҡа сығалар, әммә уларҙың споралары уңыйлы йәшәү шарттары барлыҡҡа киләндә йәшәргә һәм бик актив үрсергә һәләтле. Шуға күрә пастеризацияланған аҙыҡ-түлекте (һөт, һыра һәм башҡалар) түбән температураларҙа, сикләнгән ваҡыт эсендә генә һаҡларға мөмкин. Пастеризацияланҡан аҙыҡ-түлектең аҙыҡ ҡиммәте үҙгәрмәй, шулай уҡ тәме һәм ҡиммәтле компоненттары (витаминдар, ферменттар) һаҡлана[3].
Пастеризация менән стерилизацияны бутарға ярамай. Пастеризация ваҡытында психротроф һәм мезофиль һөт бактериялары (S. lactis, S. cremoris һәм башҡалар) юҡҡа сыға, һөт эсәтеүҙә ҡулланылған стрептококк һәм энтерококк кеүек термофиль бактерияларҙың әүҙемлеге түбәнәйә. Пастеризацияның эффекты аҙыҡтың пастеризацияға тиклем һаҡлау шарттарына бәйле[4].
Аҙыҡты консервациялағанда пастеризация ҡулланырға ярамай, сөнки герметик ябылған тарала анаэроб бактерияларҙың споралары үрсеү өсөн уңайла шарттар бар (ботулизмды ҡарағыҙ). Аҙыҡты оҙайлы ваҡытҡа консервациялау өсөн (бигерәктә еләк, бәшмәк кеүек ер менән бысранған аҙыҡты), шулай уҡ медицина һәм фармацевтика маҡсатында өлөшлөтә пастеризация — тиндализация процессы ҡулланыла[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.