Павлов Посад шәлъяулыҡтары[1] — рус халыҡ кәсептәренең бер төрө. Мәскәү өлкәһе Павлов Посад ҡалаһының «Павловская платочная мануфактура» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерелә.
Тарихы
Павлов Посад шәлъяулыҡтарын етештереү быға тиклем йәшәп килгән кустар туҡыма туҡыу традициялары нигеҙендә яйға һалына.
Павлово ауылы крәҫтиәне И. Д. Лабзиндың 1795 йылда шәхси кәсепханаһы һуңғараҡ шәлъяулыҡтар мануфактураһына тиклем үҫешә. Уның бүләре Я. И. Лабзин В. И. Грязнов менән берлектә был фабриканың профилен үҙгәртеп, төрлө биҙәктәр баҫылған кизе шәлъяулыҡтар етештереүҙе юлға һала. Ундай шәлдәр йәмғиәттә киң ҡулланыла башлай. Иң тәүге Павлов Посад шәлдәре XIX быуаттың 60 йылдарында сығарыла.
Мануфактураның сәскә атыу осоро 1870—1880 йылдарға тура килә. 1881 йылда Яков Лабзин Бөйөк Княгиня Александра Петровнаның ихтыяждарын тәьмин итеү хоҡуғына эйә була, ошо осорҙа предприятие Бөтә Рәсәй империяһы сәнғәт-сәнәғәт күргәҙмәләренең көмөш миҙалдары менән бүләкләнә. 1896 йылда Түбәнге Новгородта сәнәғәт күргәҙмәһендә дәүләт гербын алтаҡталарҙа һәм ярлыҡтарҙа һүрәтләү хоҡуғына эйә була.
Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң предприятие дәүләт милкенә күсерелә һәм атамаһы «Иҫке Павлов фабрикаһы» тип үҙгәртелә. Предприятие үҙендә етештерелгән тауар ассортиментын арттыра: шәлъяулыҡтар төрлө йәнлектәрҙең рәсеме, революция, индустриализация һәм коллективизация темаларына һүрәттәр һәм кизе-мамыҡ туҡымалар сығарыу иҫәбенә төрлөләндерелә.
1937 йылда фабрика Парижда үткән Бөтә донъя сәнғәт-сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осорҙа буяу төҫтәрен ҡулланыу сифаты киңәйә, ләкин биҙәктәр төшөрөү традициялары һаҡлана.
1958 йылда Брюсселдәге Бөтә донъя күргәҙмәһендә Павлов Посад шәлъяулыҡтары Оло алтын миҙал менән бүләкләнә.
1963 йылда фабрика Мәскәү шәлъяулыҡтар етештереү берләшмәһе исемен ала. 1995 йылдан — «Павлов Посад шәлъяулыҡтар мануфактураһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип атала.
Етештереү
Фабрика барлыҡҡа килгәндән башлап, 1970 йылдарға тиклем шәлъяулыҡтарға биҙәк ағасҡа ырып эшләнгән таҡта форма ярҙамында баҫыла: тәүҙә «манера»- таҡта менән рәсемдең контуры төшөрөлә, унан һуң «сәскә биҙәкле» таҡта менән эслеге баҫыла. Бер шәлъяулыҡ өсөн биҙәктәрҙе 400 тапҡырға тиклем өҫтө-өҫтөнә ҡатлап һалыу талап ителә.
1970 йылдарҙан биҙәкте туҡымаға ебәк һәм капрон ептәрҙән торған иләк шаблондар ярҙамында төшөрәләр. Был ысул биҙәктәрҙең һанын арттырырға, рәсемдең нәзәкәтлелегенә өлгәшергә, шәлъяулыҡтарҙы етештереү сифатын күтәрергә мөмкинлек бирә.
Сәнғәти үҙенсәлектәре
Павлов Посад шәлдәренең биҙәктәре өсөн Мәскәү төбәгенә генә хас булған өлгөләрҙән тыш көнсығыш илдәрендә киң таралғандарындары ла үҙләштерелә (мәҫәлән, «төрөк биҙәге», «ғәрәп орнаменты» һ.б.).
1870 йылдарҙа яулыҡтарҙың ассортиментын киңәйтеү өсөн тере тәбиғи сәскә мотивтарын ҡулланыуҙы киңәйтеү ихтыяжы тыуа. Өҫтөнлөк баҡсала үҫкәндәренә, бигерәк тә рауза һәм георгин сәскәләренә бирелә.
XIX быуат аҙағы — XX быуат башында стиль аҙағынаса рәсмиләштерелә: шәлъяулыҡтарға күләмле сәскәләрҙән торған гөлләмә һәм үремдәр, ҡара йә ҡыҙыл ерлектә таралышҡан ялан сәскәләре төшөрөлә. Ҡайһы саҡта уларға стилләштерелгән үҫемлек элементтары өҫтәлә. Шәлъяулыҡтар ярым үтә күренмәле йәки тотошлай йөн ептәрҙән туҡыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Ольшевская, Александровна Злата
- Василий Павлово-Посадский
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.