From Wikipedia, the free encyclopedia
Оло Әбеш (рус. Большеабишево) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 424 кеше булған[2]. Почта индексы — 453814, ОКАТО коды — 80255805001.
Ауыл | |
Оло Әбеш рус. Большеабишево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл ерлеге | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453814 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 424 | 216 | 208 | 50,9 | 49,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Әбеш ауылы 1795 йылдағы V ревизия материалдарында билдәләнә. Ул ваҡытта 18 йорт хужалыҡта 97 кеше йәшәгән. 1816 йылда Оло Әбеш ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантоны Әбүбәкер Көсөков командаһы составына инә һәм 22 ихатанан һәм 225 кешенән тора. Әбүбәкер Көсөковтың командаһы составына түбәндәге ауылдар инә: Үтәғол, Сурай, Аҡсура, Әбеш.
1816 йылдағы ревизия материалдарына ярашлы, ауылда 1783 йылда тыуған йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөков, уның улдары — Ҡаһарман, Ҡорманғәле һәм Садиҡ йәшәгән; Әбүбәкерҙең ағаһы һәм ҡустыһы Усман һәм Ғүмәр; 1766 йылда тыуған Исхаҡ Әбешев Әбеш ауылына нигеҙ һалыусының улы; Исхаҡтың улдары: йөҙ башы Йыһанбай Исхаҡов; Йәнсура, Аллағыуат һәм Изге Әбешев; 1769 йылда тыуған указлы мулла Байғазаҡ Әбешев, уның улдары: Мөхәмәт, Әбделкәрим, Мөхәмәтшәриф, Әбдрәхим; 1731 йылда тыуған Ирсай Аладаров, уның улдары: Мөхәмәт, Йыһанбай, Үзбәк, Муллабазарбай, поход старшинаһы Әбүзәр (1787—1859). Ирсайҙың улдары Мөхәмәт, Муллабазарбай һәм Әбүзәр Ирсаев йәки Алдаров түгел, ә Илимбәтов фамилияһы менән яҙып алынған. Үзбәк улдары Үзбәков фамилияһын йөрөткән. Хорунжий Шармөхәмәт Үзбәков Ырымбур һыҙатын һаҡлауҙа хеҙмәт итә, Ҡырғыҙ-ҡайсаҡ походтарында ҡатнаша, Император һарайында ҡымыҙ әҙерләй. 1816 йылдан һуң Әбүбәкер Көсөков, йорт старшинаһы майор Исхаҡ Әбешев, Боҫконовтар, Ильяс Торошев Әбүбәкер (2-се Әбеш) ауылына, Гөбөрлө йылғаһы үҙәненә күсеп килә. 1859 йылда ауылда 38 йорт хужалығында 353 кеше йәшәй.
«Тораҡ урындар исемлеге. Ырымбур губернаһы. 1866.» тигән яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, 734-се Әбеш (Әбүзәр) ауылы, башҡорт, Һаҡмар йылғаһы буйында, Орск ҡалаһынан алып Верхнеурал ҡҡалаһына тиклем иҫке сик трактының уң яғы менән һул почта юлы араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан алыҫлығы 109 саҡрым, стан фатирынан 83 саҡрым, ихата һаны 40, халыҡ һаны: ирҙәр — 164, ҡатын-ҡыҙҙар — 163.
1917 йылда ауылда 580 кеше йәшәгән 92 ихата булған[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.