Оло Барьерлы риф
донъялағы иң ҙур мәрйен рифы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Оло Барьерлы риф — донъялағы иң ҙур мәрйен рифы[1][2]. Австралияның төньяҡ-көнсығышы буйлап 2500 км һуҙылған һәм 344 400 км² майҙанды биләгән Мәрйен диңгеҙендәге теҙемдә барлығы 2900 ашыу айырым мәрйен рифтары[3] һәм 900 утрау иҫәпләнә[4][5][6].
Оло Барьерлы риф тере организмдар менән барлыҡҡа килтерелгән иң ҙур тәбиғи объект булып тора — уны йыһандан күрергә мөмкин[7]. Был рифтың төҙөлөшө миллиардлаған кескәй генә организмдарҙан — мәрйен (коралл) полиптарынан барлыҡҡа килгән[8].
Ул Кәзәмөгөҙ тропигынан башланып Австралия менән Яңы Зеландияны айырыусы Торрес боғаҙына тиклем төньяҡтан көньяҡҡа ҡәҙәр һуҙыла. Оло Барьерлы рифтың майҙаны Бөйөк Британия майҙанынанда ҙурыраҡ[9]. Уның киңлеге төньяҡ өлөшендә 2 км яҡын тәшкил итә, ә көньяғында — 152 км[4]. Рифтарҙың күпселеге һыу аҫтында урынлашҡан. Ул төньяҡта материктан 32 км алыҫлыҡта торһа, көньяҡта — 300 км барып етә[9]. Бер нисә рифтар мәрйен утрауҙарға әйләнгәндәр.
Оло Барьерлы риф бик күп төрлө тере организмдарҙың йәшәүенә булышлыҡ итә һәм шуғала 1981 йылда ЮНЕСКО уны Бөтә донъя мираҫы объекты итеп һайлай[1][2]. CNN телеканалы уны ете тәбиғи мөғжизәһенең береһе тип атаған[10].
Рифтарҙың күпселеге Диңгеҙ милли паркы («Great Barrier Reef Marine Park») яҡлауында тора, уның майҙаны 5 миллионов гектарға етә. Милли паркҡа 1979 йылда нигеҙ һалынған, ЮНЕСКОның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[4][9]. Рифтарҙағы туризм төбәк иҡтисадының ҙур өлөшө булып тора һәм йылына $ 3 млрд килем килтерә[11]. 2012 йылдың октяберендә Милли фәндәр академияһы баҫтырып сығарған тикшенереүҙәр буйынса, 1985 йылдан алып Оло Барьерлы риф уны барлыҡҡа килтереүсе мәрйен (коралл) полиптарының яртыһынан күберәген юғалтҡан[12].