Нух (Ной)
Изге Яҙма китаптары персонажы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Нух (йәһ. נֹחַ, Но́ах, Библияла (Башл. 5:29) «тынысландырыусы» тип аңлатыла; бор. грек. Νῶε, ғәр. نوحنوح, Нух) — туфанға тиклемге осорҙоң һуңғы, унынсы, Иҫке Ғәһед аҡаһаҡалы, Әҙәмдең тура вариҫы; Ламехтың улы, Меҫушелахтың (урыҫ. Мафусал, Мафусаил) ейәне, Шемдың (урыҫ. Сим), Хамдың һәм Йәфәҫтең (урыҫ. Иафет) атаһы (Башл. 5:28—32, 1Йылъяҙм.1:4).
Нух | |
йәһ. נֹחַ | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған урыны | Месопотамия |
Атаһы | Ламех[d][1] |
Әсәһе | Бэт-Енох[d] |
Хәләл ефете | Наама[d] |
Балалары | Шем[d][2], Хам[d][2] һәм Яфет[2] |
Һөнәр төрө | фермер |
Праздник святого | 18 ноябрь |
Нигеҙендә эшләнгән | Atra-Hasis[d][3] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Книга пророка Иезекииля[d], 1-е послание Петра[d], 2-е послание Петра[d], Послание к Евреям[d], Книга пророка Исаии[d], Евангелие от Луки[d], Евангелие от Матфея[d], Книга Премудрости Иисуса, сына Сирахова[d], Книга Товита[d], Ҡөрьән, Genesis 5[d], Genesis 6[d] һәм Genesis 10[d] |
Нух Викимилектә |
Библияға ярашлы, Нух үҙ заманы өсөн ифрат тәҡүә кеше була, шуның өсөн Алла уны бөтә донъяны баҫҡан туфандан ҡотҡара һәм кешелекте дауам итеүсе итә. Ошо маҡсатта Алла уға көймә төҙөргә һәм унда ғаиләһенең ағзаларын, шулай уҡ һәр төрлө тереклектән берәр парҙы алып инергә ҡуша. Туфан ҡайтҡас, көймә Арарат тауына килеп туҡтай (Башл. 8:4), шунда Нух Аллаға ҡорбандар сала, Алла, уға һәм бөтә тоҡомона фатиха биреп, уның менән килешеү төҙөй.