From Wikipedia, the free encyclopedia
Ницца (франц.Nice [nis], окс.Niça, итал. Nizza, лат.Nicaea, бор. грек. Νίκαια) — Урта диңгеҙ буйындағы ҡала, Францияның көньяҡ-көнсығышында Прованс — Альп — Зәңгәрһыу яр төбәге порты һәм коммунаһы, Диңгеҙ буйы Альптарының, Ницца округының һәм туғыҙ кантондың (Ницца-1 — Ницца-9) административ үҙәге[21]. 352 меңдән ашыу кеше йәшәй (2007 йыл). Эре транспорт үҙәге. Зәңгәрһыу Ярҙа төп (Француз Ривьераһы) курорт урындарының береһе.
Ниццаға б.э. тиклем IV быуат уртаһында гректар тарафынан нигеҙ һалына һәм лигурҙар өҫтөнән еңеүҙе билдәләп, еңеү алиһәһе Ники хөрмәтенә Никейя тип атала. Лигур диңгеҙе яры буйында лангобардтар баҫып алғанға тиклем иң мөһим сауҙа ҡалаларының береһе була.
VII быуатта Ницца Лигурия яры буйҙарындағы ҡалаларҙы берләштергән Генуя лигаһына ҡушыла. 729 йылда лига сарациндарҙың һөжүмен кире ҡаға, әммә 859 һәм 880 йылдарҙа улар Ниццаны тар-мар итә һәм яндыра, X быуаттың күп өлөшө дауамында ҡала һәм сиктәш биләмәләре уларҙың хакимлығы аҫтында ҡала.
Урта быуаттарҙа Ницца бер нисә тапҡыр афәттәргә һәм һуғыштарға дусар була. Франция королдәре уны яулап алырға тырыша әммә ҡала азатлығын уңышлы яҡлап килә.
XIII һәм XIV быуаттарҙа Ниццаны бер нисә тапҡыр Прованс хакимдары баҫып ала, ә 1388 йылда ҡала Савой графлығы яҡлауы аҫтында була. Шул ваҡыттан алып Ницца Савой герцоглығы составына 1860 йылға тиклем инә. Унан һуң Сардиния Короллеге Ниццаны Турин килешеүе буйынса Францияға тапшыра. Уға тиклем савой хакимлығы ике тапҡыр туҡтап тора — 1691 йылдан 1713 йылға тиклем, Ниццаны Франция короле Людовик XIV яулай, һәм 1792 йылдан 1814 йылға тиклем, ҡаланы Наполеон баҫып ала.
Ҡала нығытылған була һәм хәҙер ул бербер пираттарына ҡаршы тора алырлыҡ хәлдә була. Һәйбәт юлдар һалына. Франциск I һәм Карл V араһындағы һуғыштарҙа емереклектәр Провансҡа баҫып ингән армия менән бәйле була; ҡалала бер нисә йыл буйына аслыҡ һәм ҡырғын ҡоторона. 1538 йылда был монархтар рим папаһы Павел III ҡатнашлығында 10 йылға солох килешеүе төҙөй, әммә 1543 йылда Ницца тағы ла Франциск I һәм Хәйр-әд-Дин Барбаросса етәкселегендәге пираттарҙың берләшкән көстәренең һөжүменә дусар була, ҡала көслө ут аҫтына эләгә, халыҡ был һөжүмде кире ҡаҡһа ла, ахыр сиктә еңелә, Барбаросса ҡаланы таларға мөмкинлек бирә һәм 2500 кешене әсирлеккә ала.
Ҡала тарихына кер йыуыусы Катрин Сегюран инә. 1543 йылдың 15 авгусында Ниццаны берберҙар ҡамаған ваҡытта Катрин кер йыуыу валигы менән дошман һалдатын үлтерә һәм байраҡты тартып ала. Ә инде Катрин уларға итәген күтәреп үҙенең нәфрәтен белдереүгә, аптыранып ҡалған пираттар шаҡ ҡата.
1550 һәм 1580 йылдарҙа ҡалала чума эпидемияһы ҡоторона. 1860 йылда Наполеон III хакимлыҡ итеүе ваҡытында Ницца Франция составына инә. Наполеон һуғыштарынан һуң Ницца шифахана булараҡ популярлыҡ яулай, йомшаҡ климат, йылы ҡыш сит ил кешеләрен йәлеп итә.
1942 йылдың ноябрендә "Антон" операцияһын үткәреү мәлендә ҡала итальян ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана һәм Францияның киңәйтелгән итальян оккупация зонаһына инә. 1943 йылдың сентябрендә Италияның капитуляцияһынан һуң Ницца герман ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 1942 йылдың авгусында ҡаланы француз коллаборационистары оккупациялағанға тиклем Дранси концлагерына ҡаланың 560 йәһүд кешеһе ҡыуыла.
XX быуаттың икенсе яртыһында Ницца мэр Жан Медесен (1928—1944, 1947—1966) һәм уның улы Жак (1966 — 1990) хакимлығы аҫтында тыныс йәшәй. Берҙән-бер ғәҙәттән тыш ваҡиға — 1979 йылдың 16 октябрендәге цунами 9 кеше ғүмерен өҙә[22].
Ницца күп тапҡыр халыҡ-ара сәйәси форумдарҙың үткәреү урыны була. 2000 йылдың декабрь айында ЕС саммиты асыла, унда Евросоюз сиктәрен көнсығышҡа ҡарай киңәйтеү килешелә[23]. 2008 йылдың ноябрендә Ниццала ЕС-Рәсәй саммиты үтә. Унда президенттар Николя Саркози менән Дмитрий Медведев тарафынан грузин-осетин бәрелеше арҡаһында өҙөлгән Рәсәй менән ЕС араһындағы база килешеүҙәрен төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр яңыртыла[24].
2016 йылдың 14 июлендә Ниццала Милли байрам ваҡытында теракт була. Фейерверктан һуң, йөк фургоны водителе автомобиль хәрәкәте өсөн ябылған Инглиз яры урынында халыҡ төркөмөнә аңлы рәүештә инеп китә, 86 кеше үлә, яҡынса 430 кеше яралана. Полиция тарафынан водитель атып үлтерелә. Был теракт өсөн яуаплылыҡты Ислам дәүләтенең террорсылар йәмғиәте ала[25].
Ницца континенталь Францияның көньяҡ-көнсығышында,Франция һәм Италия сигенән 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Парижға тиклем алыҫлыҡ — 960 км, Марсель ҡалаһына — 230 км, Генуяға — 200 км. Ҡала Ангел ҡултығы яры буйында ята, ҡала янында Вар йылғаһы тамағы урынлашҡан. Төньяҡтан Ницца бейек булмаған бер нисә ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған. Ницца француз Ривьераһының иң эре ҡалаларының береһе булып тора.
Коммунаның майҙаны — 71,92 км², халыҡ һаны — 347 060 кеше[26][27] (2006) тотороҡлолоҡ тенденцияһы менән: 343 629 кеше[28] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 4777,9 кеше/км².
Ниццаның климаты урта диңгеҙ тибына ҡарай. Ҡалала йыл буйына күпселек уртаса температура өҫтөнлөк итә. Шуның менән бергә башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда, яуым-төшөм сағыштырмаса ҙур түгел. Улар сентябрь айынан мартҡа тиклем була. Яҙын елле һауа торошо күҙәтелә.
Йәй эҫе, ҡоро һәм ҡояшлы. Әммә, башҡаларҙан айырмалы рәүештә шул уҡ урта диңгеҙ климаты менән, йәйен Ниццала бик һирәк булһа ла ямғырҙар була. Температура +20 °C һирәк түбән төшә һәм йыш ҡына +30 °c. сиген үтә. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы +35 °C тәшкил итә. Температураның абсолют максимумы 2006 йылдың 1 авгусында +37,7 °C һәм абсолют минимум -7,2 °C тәшкил иткән.
Көҙ йылы һәм ҡояшлы сентябрь менән башлана. Октябрь айында һауа температураһы +20 °C түбән төшә, ямғырҙар яуа башлай. Ноябрҙә яҡынса һауа температураһы +17 °C.
Ҡыш өсөн сағыштырмаса йылы көндәр (+11...+17 °C) һәм һалҡын төндәр хас (+4...+9 °C). Йылы һәм ҡоро һауа торошонан ямғырлы һәм дымлы һауа торошона тиклем үҙгәрә. Ҡайһы саҡта ҡырауҙар була. Ҡар бик һирәк яуа.
Ниццала яҙ һуң килә. Март һәм апрель айҙарында һауа торошо ямғырлы һәм дымлы тора, тик май уртаһында ғына йәй һәм ҡоро һауа торошо башлана.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 12,9 | 13,4 | 14,9 | 16,5 | 20,1 | 23,6 | 26,6 | 27,2 | 24,3 | 20,6 | 16,3 | 13,8 | 19,2 |
Уртаса температура, °C | 9,1 | 9,7 | 11,3 | 13,1 | 16,8 | 20,2 | 23,2 | 23,6 | 20,2 | 16,9 | 12,6 | 10,0 | 15,7 |
Уртаса минимум, °C | 5,3 | 5,9 | 7,6 | 9,7 | 13,5 | 16,7 | 19,7 | 20,0 | 17,0 | 13,2 | 8,8 | 6,2 | 12 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 85,1 | 59,7 | 60,9 | 69,2 | 49,4 | 38,3 | 15,4 | 23,9 | 75,6 | 143,9 | 94,3 | 87,6 | 803,3 |
Сығанаҡ: данные Meteo France на сайте World Meteorological Organization[29] |
Каждый год бывает около 300 дней без осадков[29].
2011 йылда 344 халыҡ 064 кеше тәшкил итә[30], ә 2012 йылда — 343 629 кеше[28].
1962 | 1968 | 1975 | 1982 | 1990 | 1999 | 2006 | 2011 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
292958 | 322442 | 344481 | 337085 | 342439 | 342738 | 347060 | 344064 | 343629 |
Халҡы, нигеҙҙә, хеҙмәтләндереү өлкәһен биләй: аҙыҡ-түлек, туҡыма, тегеү, парфюмерия, мебель, электр техникаһы сәнәғәте предприятиелары һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары, шулай уҡ сувенирҙар эшләү. Ҡала биҫтәһендә — сәскәселек һәм емешселек.
2010 йылда 213 709 эшкә яраҡлы йәштәге кешенән (15 йыл 64-кә тиклем) 149 180 иҡтисади яҡтан әүҙем, 64 529 — әүҙем булмаған (әүҙемлек күрһәткестәре 69,8 %, 1999 йылда — 66,3 %). 149 180 әүҙем эшкә яраҡлы кешеләрҙән 129 541 кеше эшләгән (65 874 ир-ат һәм 63 667ҡатын-ҡыҙ), 19 639 кеше эшһеҙ (9507 ир-ат һәм 10 132 ҡатын-ҡыҙ). 64 529 эшкә яраҡлы әүҙем булмаған граждандар араһында 26 172 уҡыусы йәки студент, 15 593 — хаҡлы ялда, ә 22 764 — башҡа сәбәптәр арҡаһында әүҙем булмаған[32][33].
2010 йыл дауамында коммунала һалым түләүсе 175 501 йорт хужалығы иҫәпләнгән, унда 343 160,0 кеше йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта килем медианаһы һалым түләүсе бер кешегә 17 873 евро тәшкил иткән[34].
«Ницца Зәңгәрһыу Яр» (франц. Aéroport Nice Côte d'Azur) аэропорты пассажирҙар ағымы буйынса Францияла өсөнсө урында тора. Уның менән йыл һайын 10 миллиондан ашыу кеше файҙалана[35]. Вертолет линияһы Ницца аэропортын Монако гелиопорты менән тоташтыра.
Тимер юлдар Ниццаны яр буйының башҡа ҡалалары менән, шулай уҡ Монако кенәзлеге менән тоташтыра.
Ҡалал бер трамвай линияһы һәм күп һанлы автобус линиялары эшләй[36].
Ҡалала Зәңгәрһыу Ярының өлөшө булған обсерватория урынлашҡан. Был обсерваторияла 1891 йылдың 5 мартында француз астрономы Огюст Шарлуа тарафынан Ника астероиды (307) асылған һәм боронғо нрек мифологияһының еңеү алиһәһе, шулай уҡ унда асылған ҡала хөрмәтенә аталған[37].
1965 йылда Ницца — София Антиполис университетына нигеҙ һалыу ҡалала әүҙем ғилми-тикшеренеү үҫешенә килтерә. Университетта төрлө ғилми ойошмаларға ҡараған (CNRS, INSERM, INRA йәки CEA) алтмыш ике ғилми-тикшеренеү бүлеге, йөҙ ҙә ун алты ғилми төркөм һәм утыҙ биш лаборатория бар.
Ҡаланың диңгеҙ буйында XIX — XX быуат башының матур электр биналары төҙөлгән. XVII — XVIII быуаттың соборы, сиркәүҙәр һәм һарайҙар итальян барокко стилендә.
Ҡалала күп һанлы музейҙар урынлашҡан. Ҙур билдәлелек менән түбәндәгеләре файҙалана:
Ҡалала бер нисә муниципаль галерея урынлашҡан.
XIX быуат уртаһынан Ницца рус аристократияһы араһында популяр ҡунаҡхана булып китә. 1852 йылдың 26 октябре иртәһендә императрица Александра Федоровна Вильфранш бухтаһына килә. Рус императрицаһының был урынды һайлауы Зәңгәрһыу Ярҙың данлы туристик киләсәге өсөн мөһим була.
Вильфранш бухтаһында ер һатып алына, император йорто өсөн йорттар төҙөлә. Тиҙҙән Ниццала 400 самаһы урыҫ ғаиләһе иҫәпләнә, улар ҡалала торлаҡ һәм ер хужалары була. 1912 йылда ҡалала Изге Николай соборының төҙөлөшө тамамлана, ул Рәсәйҙән ситтә иң матур православие соборы була. Собор шулай уҡ Николай II аҡсаһына ла төҙөлә.
1913 йылда Ниццала рус колонияһында 3300 самаһы кеше иҫәпләнә, ә 1930 йылда унда революция ваҡытында Рәсәйҙе ташлап киткән 5312 кеше йәшәй Икенсе донъя һуғышы ваҡытында уларҙың күбеһе АҠШ-ҡа күсеп китә.
Иң әүҙем бәйләнештәр
Башҡа туғандаш ҡалалар
Дуҫлыҡ тураһында пакттар
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.