тарихсы, тарих фәндәре докторы From Wikipedia, the free encyclopedia
Вера Александровна Надеждина (1.09.1954) — тарихсы, тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2012)[1][2].
Надеждина Вера Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Вера Александровна Надеждина 1954 йылдың 1 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһының 69-сы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1980 йылдан башлап Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта, 1987—2002 йылдарҙа тарих һәм культурология кафедраһы мөдире,
шул уҡ ваҡытта 1995—2013 йылдарҙа — Ырымбур дәүләт университетының Өфө филиалында уҡыта.
2006—2010 йылдарҙа гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы мөдире.
2005 йылда Надеждина В. А. Санкт-Петербург ҡалаһында «Государственная социальная политика на Южном Урале в годы НЭПа»[3] темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Фәнни тикшеренеүҙәре яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда Көньяҡ Уралда тарих һәм социаль сәйәсәт мәсьәләләренә арналған.
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.