Мәҙһәб
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәҙһәб(ғәр. مذهب) - (мәҙһәп) - (ғәрәпсәнән тәржемә: юл, йүнәлеш) — мосолмандарҙа хоҡуҡ системаһы йәки ағым. Хәҙер мосолмандарҙа дөйөм танылған дүрт мәҙһәб бар. Улар — хәнәфи, малики, шафиғи, хәнбәли мәҙһәбтәре. Был мәҙһәбтәрҙе башлап ебәргән Әбү Хәнифә, Мәлик бине Әнәс, Шафиғи һәм Ибн Хәнбәл мөжәһиттәр, йәғни, мосолман фикһын аңлатыуҙа иң абруйлы, дәрәжәле кешеләр булараҡ танылғандар. Мәҙһәбтәр бер-береһенән фикһты аңлатыу һәм йолаларҙы ни рәүешле үтәү мәсьәләләрендә генә айырылалар. Ул мәҙһәбтәр барыһы ла тигеҙ хоҡуҡлы һанала. Һәр мосолман үҙе теләгән мәҙһәбтә була ала.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |