Мәктәп
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәктәп (боронғо грек телендә σχολή, σχολά — урыҫса досуг, учебное занятие, школа, башҡортса — буш ваҡыт, ял, уҡыу, дәрес, мәктәп) — урта белем биреүсе уҡыу йорто. Һүҙҙең киң мәғәнәһендә теләһә ниндәй белем биреү учреждениеһына ҡарата (музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, спорт мәктәбе һәм башҡалар) һәм күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла (оҫталыҡ мәктәбе)[1]; йәш быуынға дөйөм белем, тәрбиә бирә торған уҡыу йорто һәм ул урынлашҡан бина[2]; башланғыс йәки урта белем бирә торған уҡыу йорто[3].