Мэйдзи реставрацияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мэйдзи реставрацияһы (япон. 明治維新Мэйдзи Исин?), тағы ла Мэйдзи яңырыуы һәм Мэйдзи революцияһы исемдәре менән билдәле — Япониялағы 1868—1889 йылдарҙағы сәйәси, хәрби һәм социаль-иҡтисади реформалар комплексы[1]. Улар артта ҡалған аграр дәүләттән донъялағы иң алға киткән илгә әйләндерә һәм самурайҙар системаһынан — сёгунат идарылығынан император Мэйдзи (Муцухито) һәм уның Министрҙар кабинеты власына күсә. Реставрацияның сәйәсәте Японияның дәүләт ҡоролошона, ҡануниәтенә, Император йортона, төбәк хакимиәттәренә, финанстарына, сәнәғәтенә, дипломатияһына, мәғәрифенә, диненә һәм япондарҙың тормошоноң башҡа өлкәләренә ҙур йоғонто яһай. Мэйдзи реставрацияһы менән яңы ваҡыт Японияның милли дәүләте һәм япон милли үҙаңы барлыҡҡа килеүен бәйләйҙәр. Мэйдзи йылдары япон традицион тормош рәүеше һыныуы һәм илдә көнбайыш цивилизацияһының ҡаҙаныштарын бик тиҙ индереүе менән һүрәтләнә. Шунлыҡтан реставрацияны ҡайһы берҙә «Мэйдзи революцияһы» тип атайҙар.