Монтелимар
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Монтелимар(франц. Montélimar, окс. Montelaimar) — Франциялағы ҡала һәм коммуна.
Монтелимар ҡалаһы илдең көньяҡ-көнсығышында, Рона-Альп төбәгенең Дром департаментында, Прованстың төньяҡ сигендә, урынлашҡан. Ул Ньон округы составына инә һәм 2-кантондан — Монтелимар-1 һәм Монтелимар-2 кантондарынан тора. Ул Рона йылғаһының үҙәнендәге Валанс һәм Оранж ҡалалары араһында ята. Ҡаланың көнбайышында Рона йылғаһы менән тоташҡан Монтелимар каналында суднолар йөрөй. Каналға ҡала аша ағыусы Робион йылғаһы ҡоя.
Монтелимар XII быуатта Адемар аҡһөйәктәре төҙөгән замок тирәһендә барлыҡҡа килә. Был һарай, ҡаланың тарихи үҙәге булараҡ, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.
Монтелимарҙа Францияның президенты Эмиль Лубе тыуған (уның президентлыҡ йылдары — 1899—1906 йылдар).
Ҡала XVI быуаттан алып унда сығарылған «Монтелимар-нугаһы» менән билдәле.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.