From Wikipedia, the free encyclopedia
Минскер Карл Самойлович (14 июнь 1929 йыл — 25 май 2003 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1967), профессор (1969). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), БАССР-ҙың (1977), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1973).
Минскер Карл Самойлович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 июнь 1929 |
Тыуған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 25 май 2003 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | химик, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | техническая химия[d], химия полимеров[d] һәм нефтехимия[d] |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт нескә химик технологиялар университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] (1967) |
Аспиранттар | Захаров Вадим Петрович |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Минскер Карл Самойлович[2] 1929 йылдың 14 июнендә Киевта тыуған. 1952 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү нескә химия технологияһы институтын тамамлаған.
Юғары белем алғандан һуң Дзержинск ҡалаһы предприятиеларында эшләй, артабан Дзержинск тармаҡ фәнни-тикшеренеү институтында кесе (1953—1959), өлкән (1959—1964) фәнни хеҙмәткәр, лаборатория мөдире (1968—1991).
1991—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты профессоры, проблемалы лаборатория мөдире (1978—2003); бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы химия институты лабораторияһы ғилми етәксеһе (1968—1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Химия бүлеге академик-секретары (1999—2003).
Минскер Карл Самойловичтың фәнни эштәре йүнәлештәре: техник химия, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы, нефтехимия.
Минскер етәкселеге аҫтында хлорлы полимерҙарҙың тарҡалыу теорияһы эшләнә, полимерҙарға бик күп юғары эффектив химикат- өҫтәлмәләр һәм полимер материалдар алыу ысулдары эшләнә; тәүге тапҡыр олефиндарҙы полимерлаштырғанда Циглер—Натт катализаторҙарын нуклеофил берләшмәләр менән модификациялау күренеше һүрәтләнә, олефиндарҙы һәм диендарҙы Циглер—Натт катализаторҙарында полимерлаштырғанда стереокөйләү механизмы тураһында теория эшләнә; олефиндарҙың катионлы полимерлашыу механизмының законлығы асыла; химия физикаһының һәм теоретик технологияның турбулент ағымдарҙа булған тиҙ процестарға ҡағылған яңы бүлеге һәм юғары тиҙлектәге химик реакциялар менән идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәре эшләнә, был сәнәғәт производствоһына бәләкәй габаритлы торба рәүешендәге реакторҙар нигеҙендә энергия һәм ресурстарҙы һаҡлаусы юғары етештереүсәнле технологиялар индерергә мөмкинлек бирә.
Минскер Карл Самойлович химия һәм полимерҙар технологияһы буйынса фәнни мәктәп булдыра. Уның уҡыусылары араһында 11 фән докторы һәм 54 фән кандидаты бар.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991, химия бүлеге).
Карл Самойлович 1100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 16 монография авторы, 25 сит ил патенты һәм 300-ҙән ашыу Рәсәй Федерацияһының авторлыҡ танытмалары һәм патенттарына эйә.Ҡайһы бер киң билдәле хеҙмәттәре:
Минскер Карл Самойлович:
Өфөлә Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йортта профессор Карл Самойлович Минскерға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.