From Wikipedia, the free encyclopedia
Мейтнерий (лат. Meitnerium, Mt) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осоро, 9-сы төркөм химик элементы. Тәртип номеры — 109.
Мейтнерий | |
Кем хөрмәтенә аталған | Мейтнер Лиза |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Институт тяжёлых ионов[d] |
Асыу датаһы | 29 август 1982 |
Табылыу урыны | Институт тяжёлых ионов[d] |
Элемент символы | Mt[1] |
Атом һаны | 109 |
Мейтнерий Викимилектә |
Ул тәбиғәттә юҡ, билдәле изотоптарҙың иң тотороҡлоһоноң массаһы 278 (уның атом массаһы 278,156 (5) а.б.м.).). Элек унниленний (Une) йәки eka-iridium тип аталған. Яһалма рәүештә синтезланған.
Мейтнерий элементының символы — Mt (Мейтнерий тип уҡыла).
Мейтнерий 1982 йылда Германияның Дармштадт ҡалаһы эргәһендәге Виксһаузен районында урынлашҡан Ауыр иондар институты тарафынан асыла. Был ошо реакция һөҙөмтәһендә мөмкин була:
Уны беренсе тапҡыр Питер Армбрустер һәм Готфрид Мюнзенберг етәкселегендәге Германия тикшеренеү төркөмө синтезлаған. Мейнтерий-266 изотобың бер генә атомы висмут-209 сәбенә тиҙ оса торған тимер-58 атомдары менән аттырған ваҡытытта күҙәтелә. Был процесс яңы элемент тыуҙырып ҡына ҡалмай, ул ҙур, синтезлау өсөн яңы атом ядроларын ҡулланыуҙың уңышлы тәжрибәһе була[2]
Мейтнерий элек уннилений (Unnilennium) исеме менән билдәле булған, символы — Une. «Мейтнерий» (Мt) атамаһы австрия физигы Лизы Мейтнер хөрмәтенә ИЮПАК тарафынан 1994 йылда тәҡдим ителә. Рәсми рәүештә ул 1997 йылда ИЮПАК тарафынан ҡабул ителә[3]. Мейтнерий һәм кюрийҙан башҡа бер генә элементҡа ла мифик булмаған ҡатын-ҡыҙ исемдәре ҡушылғаны булмаған (хәйер, кюрий атамаһы Мария Кюриҙың исеме иренең исеме (Пьер Кюри) менән ҡушып бирелгән)[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.