From Wikipedia, the free encyclopedia
Материалдар өйрәнеү (от рус. материал һәм «өйрәнеү» (ведать) — ҡайһы бер факторҙарға бәйле шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге материалдарҙың үҙенсәлектәренең үҙгәреүен өйрәнеүсе төрлө фән тармаҡтарына бәйләнгән фән. Был фән матдәнең төҙөлөшөн (структураһын) , был матдәләрҙең электрон, термик, химик, магнит, оптик үҙенсәлектәрен өйрәнә. Материалдар өйрәнеүҙе физика һәм химияның материалдар үҙенсәлеген өйрәнеүсе бүлеге тип атарға була. Бынан тыш был фән материалдар төҙөлөшөн өйрәнергә мөмкинлек биреүсе күп кенә ысулдар ҡуллана. Сәнәғәттә фән менән ныҡ бәйләнешле изделиелар әҙерләгәндә, бигерәк тә микро- һәм нано ҙурлыҡтағы объекттарҙы эшләгәндә, материалдарҙың характеристикаһын, сифат үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн яҡшы белеү кәрәк. Ошо мәсьәләләрҙе сисеү — материалдар өйрәнеү өлкәһенә ҡарай.
Материалдар өйрәнеү | |
Өйрәнеү объекты | материал[d] һәм свойство материала[d] |
---|---|
Материалдар өйрәнеү Викимилектә |
Материалдарҙың төҙөлөшөн һәм сифат үҙенсәлектәрен белеү бөтөнләй яңы продукт һәм хатта яңы сәнәғәт өлкәләрен булдырыуға килтерә. Классик өлкәләр ҙә материалдарҙы өйрәнеүсе ғалимдар эшләгән асыштарҙы яңылыҡ индереү, сисеп булмаған мәсьәләләрҙе сисеү, продукция ассортиментын киңәйтеү, хәүфһеҙлек арттырыу һәм производствоның үҙҡиммәтен арзанайтыу өсөн киң ҡуллана. Бындай яңылыҡтар ҡойоу, ҡорос прокаты, иретеп йәбештереү (сварка), кристалдар үҫтереү, йоҡа пленкалар әҙерләү, быяланы мейестә ҡыҙҙырыу, ҡабартыу процестары өсөн ҡулланылған.
Материалдар өйрәнеүҙә ҡулланылған ысулдар: металлографик анализ, электрон микроскопия, сканирлаусы зондлы микроскопия, рентгеноструктур анализ, механик үҙенсәлектәр , калориметрия, ядро магнит резонансы, ширография, термография.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.