Манама
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мана́ма (ғәр. المنامةالمنامةғәр. المنامة, Al-Manāmah) — Баш ҡала һәм Бахрейн батшалығының төп иҡтисади үҙәге. Ҡалала 157 мең тирәһе кеше йәшәй (2010 й.).
Манама | |
Нигеҙләү датаһы | 1345 |
---|---|
Этнохороним | manaméen[1], manaméenne[1], Manamano, Manaméenne[2] һәм Manaméen[2] |
Дәүләт | Бахрейн[3] |
Административ үҙәге | Бахрейн |
Административ-территориаль берәмек | Столичная мухафаза[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Фарсы ҡултығы |
Халыҡ һаны | 297 502 кеше (2012)[4] |
Туғандаш ҡала | Карачи, Доһа, Тунис, Анкара, Санкт-Петербург, Әл-Күвәйт, Триполи[d], Чикаго һәм Чиангмай[d] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Майҙан | 30 км² |
Рәсми сайт | capital.gov.bh |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d] һәм (iii)[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Manama[d] |
Манама Викимилектә |
Фарсы ҡултығында, Бахрейн утрауының төньяҡ-көнсығыш яғында урынлашҡан — унда, Мухаррак утрауына терәлә, баш ҡала шәрҡиәһе.
Ҡаланың беренсе телгә алыныуы 1345 йылда а ислам йылъяҙмаларында була. 1521 йылда ҡала португалдар менән ҡулға алына, ә 1602 — фарсылар менән. 1783 году Аль Халиф династияһының идара итеүе башлана.
1958 йылда Манама порт-франко тип исемләнә,ә 1971 йылда бойондороҡһоҙ Бахрейндың баш ҡалаһы булып китә.
Манаманың төп иҡтисады — шулай уҡ бөтә Бахрейндың — финанс баҙарҙар, каботаж кәмәләрен төҙөү — дау, балыҡ тотоу һәм ыйны сығарыу булып тора. Ҡаланың төп майҙаны — Ынйылы.
Урында йәшәгән кешеләр ынйылы ҡабырсаҡтар үҫтереү менән булышҡан фермаларҙа эшләйҙәр, әммә ҡайһы берәүҙәр элеккесә һыу төбөнә төшөп иң яҡшы ҡырағай ынйылар эҙләп алалар. Туристар бындай батырҙарҙың эше артынан ҡарарға яраталар һәм хатта бында аҡса эшләүҙе ҡабатлап та маташалар. Табып алынған ынйыларҙы илдән сығарырға ярамай, әммә күңел асыу өсөн һәм Бахрейндың ҡаҙнаһын тултырыу өсөн был мөмкин.
Утрауҙы ҡарарға Милли Музейҙан башлар кәрәк, унда ил тарихын, үҙенсәлектәрен, мәҙәниәттәре, телдәре, диндәре, хужалыҡ эшмәкәрлеге һәм милли һөнәрҙәре тураһында хәбәр иткән ете меңдән ашыу ҡыҙыҡлы экспонаттар бар. Илдең төп кәсебе булып ынйы үҫтереп эшкәртеү тора, шуның ярҙамында батшалыҡ донъяның ун иң бай илдәренең списогына инеүен дауам итә.
Бахрейндың баш ҡалаһында бик күп бейек йорттар урынлашҡан, уларҙың араһында үҙенең ғәҙәти булмауы менән Бахрейн Бөтә Донъя Һатыу Үҙәге айырылып тора. Мухарраҡ утрауында урынлашҡан, Бахрейндың халыҡ-ара аэропорты менән, ҡаланы дамба буйлап һалынған шоссе бәйләй.
Тропик климаты субтропик климатына алмашыла; ғинуарҙың уртаҡ температураһы 16 °C, августа 31 °C, йылына 90 мм тирәһендә яуым-төшөмө.
Климат Манамы | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Показатель | Янв. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Год |
Абсолютный максимум, °C | 27,8 | 33,8 | 38,1 | 41,3 | 46,2 | 47,3 | 47,8 | 45,6 | 45,0 | 42,8 | 37,2 | 30,6 | 47,5 |
Средний максимум, °C | 20,1 | 21,5 | 24,9 | 30,0 | 35,3 | 37,8 | 39,0 | 38,9 | 37,0 | 33,6 | 28,0 | 22,7 | 30,7 |
Средняя температура, °C | 17,0 | 18,0 | 20,9 | 25,5 | 30,6 | 33,2 | 34,6 | 34,6 | 32,8 | 29,6 | 24,4 | 19,4 | 26,7 |
Средний минимум, °C | 14,5 | 15,5 | 17,6 | 21,0 | 25,2 | 27,1 | 28,5 | 28,9 | 27,1 | 24,4 | 20,7 | 16,8 | 22,3 |
Абсолютный минимум, °C | 5,0 | 8,2 | 10,0 | 13,4 | 15,9 | 19,8 | 25,7 | 24,2 | 23,3 | 19,5 | 12,1 | 8,2 | 5,0 |
Норма осадков, мм | 14,6 | 16,0 | 13,9 | 10,0 | 1,1 | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,5 | 3,8 | 10,9 | 70,8 |
Источник: «Погода и Климат» |
1986 йылда ниғеҙләнгән Бахрейн университеты Манамала урынлашҡан.
Көнбайыш мәҙәниәтенең йоғонтоһо, бигерәктә Британияның, ныҡ беленә. Ҡала таксиларның автомобилдәре Лондондың кэбтарының күсермәһе, ә этаждар нумерацияһы британия системаһында кеүек һанала, күп популяр барҙар ирландия пабтары стилендә биҙәлгән. Махсус магазиндарҙа еңел итеп алкоголь һатып алырға була, күп төнгө клубтар һәм хәҙерге заман талаптарына тура килгән кинотеатрҙары бар. Шул сәбәпле, һәм шулай уҡ сауҙа һәм күңел асыу комплекстары селтәренең киңлеге өсөн, Манама яйлап үҙен региональ туристик үҙәк булараҡ Персид заливының илдәре араһында үҙ позицияһын нығыта.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.