Малышево — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы ауыл. Малышево ауыл советының административ үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Ауыл
Малышево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Әлмән

Ауыл биләмәһе

Малышево ауыл советы

Координаталар

54°55′49″ с. ш. 63°25′10″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

1963 йылға тиклем — Ҡатай совхозының 2-се фермаһы ҡасабаһы
2013 йылға тиклем — Малышева

Бейеклеге

176 м

Халҡы

441[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар

Почта индексы

641140

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

37 202 818 001

Код ОКТМО

37 602 418 101

Номер в ГКГН

0098439

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Thumb
Малышево
Малышево
Thumb
Малышево
Ябырға

Географияһы

Ауыл Ҡурған өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, Малышево күле буйында, райондың административ үҙәге Әлмән ауылынан көнбайыш-көньяҡ-көнбайышҡа табан (тура юлдан) яҡынса 8 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 176 метр[2].

Тарихы

Ҡурған өлкә башҡарма комитетының 1963 йылдың 9 декабрендәге 434-се ҡарары менән Ҡатай совхозының 2-се фермаһы ҡасабаһы Малышева ауылы тип үҙгәртелә.

1973 йылдың 19 декабрендә Малышев ауыл советы ойошторола, ул Шәрип ауыл советынан айырыла.

Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең 2013 йылдың 18 апрелендәге 355-се ҡарары менән Малышева ауылы Малышево тип үҙгәртелә[3].

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
441
Ябырға

Гендер составы

2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың гендер структураһында ир-егеттәр — 49,2%, ҡатын-ҡыҙҙар 50,8% тәшкил итә.

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһында урыҫтар — 32 %, башҡорттар 30 % тәшкил итә[4].

Инфраструктураһы

Ауылда башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе[5], фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл клубы, китапхана[6] Һәм Рәсәй Почтаһы бүлексәһе эшләй.

Урамдары

Ауылда 8 урам бар[7].

Транспорты

Ауыл янында Р328 Шумиха—Усть-Уйское автомобиль юлы үтә.

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.