From Wikipedia, the free encyclopedia
Лотос (лат. Nelúmbo) — ике өлөшлөләр ырыуынан лотос ғаиләһендәге берҙән-бер вәкил (лат. Nelumbonaceae).
Лотос | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Nelumbo Adans., 1763 | ||||||||||||
Ырыуҙары | ||||||||||||
Тексты ҡарағыҙ | ||||||||||||
|
Үҫемлектең үҙгәреш кисергән һабаҡтары тәрәнгә һыу аҫтына китә.
Лотостың өс төрлө япрағы була: һыу аҫты япраҡтары, һыу өҫтөндә ятыусы япраҡтар һәм һыу өҫтөндә оҙон япраҡ һабындаға япраҡтар.
The Plant List мәғлүмәте буйынса лотос ырыуы өс төрҙө берләштерә[1]:
Боронғо гректар ошо исем менән, емештәре ашарға яраҡлы булған, бик үҫемлектәрҙе атаған
Теофраст лотос тип телгә алған үҫемлек эт муйылы һымаҡтар ғаиләһендәге ҡыуыҡлыҡ булған. Тыуған иле төньяҡ Африка булған был үҙемлек бөгөнгө көндә көньяҡ Европала осрай; уның емештәре слива ҙурлыҡ, бик тәмле; боронғо заманда төньяҡ Африка халҡы уны аҙыҡ итеп ҡулланған.
Һиндостанда, Египетта, шулай уҡ Диоскорҙа лотос тип тобойоҡтарҙы (Nymphaea caerulea Saw., N. Lotus L.) атағандар.
Был изге үҫемлек Нил һәм Ганганың әкрен аҡҡан һыуҙарында үҫкән. Уның орлоғон һәм емешен он итеп тартҡандар. N. speciosum үҫемлеге ҡырағай шарттарҙа Урта һәм Көньяҡ Азияла, Рәсәйҙә Әстерхән янында, Волгоград өлкәһендә, Краснодар крайында һәм Приморье крайында үҫә.
Лотос буддизмда таҙалыҡ символы булып тора. Лотос буйраҡ һыуҙа барлыҡҡа килә, әммә донъяға бысранмаған таҙа булып тыуа. Сансара донъяһының береһендә тыуған әҙәм, Будда тәғлимәтен ғәмәлгә индерһә, ваҡыт үткәс ҡайғы-хәсрәттән ҡотола ала.
Буйраҡ һыуҙа тыуған саф таҙа лотос кеүек, әҙәм балаһы сансарала йәшәһә лә, уға бәйләнмәгән сафлыҡты күрһәтә.
Лотос рәсеме будда сәнғәтендә киң ҡулланыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.