From Wikipedia, the free encyclopedia
Лигур диңгеҙе (лат. Mare Ligusticum, франц. mer Ligure, итал. mar Ligure, лиг. Mâ Ligure) — Корсика менән Эльба утрауҙары һәм Генуя ҡултығы яр буйы араһындағы Урта диңгеҙҙең бер өлөшө.
Лигур диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Урта диңгеҙ |
Майҙаны | 15 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 2546 м |
Уртаса тәрәнлек | 1200 м |
Лигур диңгеҙе Викимилектә |
Диңгеҙ атамаһы Рона йылғаһы үҙәнендә йәшәгән боронғо лигур ҡәбиләһе этнонимынан барлыҡҡа килгән.
Франция, Монако һәм Италияның ярҙарын йыуа. Майҙаны — 15 мең км², уртаса тәрәнлеге — 1200 м, максималь тәрәнлеге — 2546 м. Һыу артымы ярым тәүлекле һәм 0,3 м тәшкил итә. Һыу температураһы — ҡышын 13 °C-тан — йәйен 23,5 °C-ҡа барып етә. Тоҙлолоғо — яҡынса 38 ‰. Ярҙары башлыса текә һәм ҡаялы, ҡомло пляждарҙа осрай. Яр буйында билдәле Ривьера курорт районы урынлашҡан.
Төп порттары: Генуя, Савона, Специя (Италия), Ницца (Франция).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.