Лазер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лазер — оптик квант генераторы (ингл. Light Amplification by Stimulated Emission of Radiation — мәжбүри нурланыш ярҙамында яҡтылыҡты көсәйтеү), оптик диапазондағы электромагнит нурланыш генераторы; оптик генератор — тулҡыны билдәле бер оҙонлоҡта булған, бик нәҙек, көслө нур сығанағы[1]; квант системаһына тәьҫир итеп, системанан ҡыҫҡа ваҡытлы, нәҙек һәм бер йүнәлештәге яҡтылыҡ нурҙары сығарыусы генератор[2]; квант системаһына тәьҫир итеп, нәҙек һәм бер йүнәлештәге яҡтылыҡ нурҙары сығарыусы генератор[3]. Лазер механизмы актив мөхиттәге мәжбүри нурланышты файҙаланыуға нигеҙләнгән.