From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнсығыш Африка — Нил буйынан көнсығышҡа табан Африка илдәрен үҙ эсенә алған географик термин (Мысырҙан башҡа).
Көнсығыш Африка | |
Донъя ҡитғаһы | Африка[1] |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Африка |
Халыҡ һаны | 472 632 934 кеше (2023)[2] |
Сиктәш | Үҙәк Африка, Төньяҡ Африка, Ҡыҙыл диңгеҙ, Аденский залив[d], Һинд океаны һәм Көньяҡ Африка |
Көнсығыш Африка Викимилектә |
Конго бассейнынан көнсығышҡа табан урынлашҡан, материктың ҡалҡыу өлөшөн алып тора. Бында материктың ҙур күлдәре, континенттың иң бейек нөктәһе, Ер ҡабығының донъя күләмендә бик ҙур ярыҡтары урынлашҡан, донъяның иң оҙон йылғаһы шунан башлана.
Көнсығыш Африкала 200-гә яҡын халыҡ йәшәй һәм дүрт тел төркөмө осрай. Көнсығыш Африкалағы ҙур мәҙәни-социаль айырмалыҡтар арҡаһында элекке һәм хәҙерге һуғыштар, шул иҫәптән граждандар һуғыштары килеп сығып тора.
Күп кенә дәүләттәрҙең сиктәрен элекке колониаль державалар ирекле рәүештә, тәбиғи этник һәм мәҙәни сиктәрҙе иҫәпкә алмайынса билдәләгән. Был факт төбәктең үҫешен ҡатмарлаштыра.
Көнсығыш Африканың бер нисә иле — Танзания, Кения, Уганда, Бурунди һәм Руанда — Көнсығыш Африка берләшмәһе тигән таможня союзы төҙөй .
Көнсығыш Африка күпселек антропологтар тарафынан кешелек бишеге тип ҡарала.
Дәүләт | Төркөмләү ысулы | Баш ҡалаһы | |||
---|---|---|---|---|---|
БМО версияһы[4] | ЦРУ версияһы[5] | СГНЗС версияһы | ОКСМ версияһы[6] | ||
Бурунди | Үҙәк Африка | Гитега | |||
Джибути | Төньяҡ-Көнсығыш Африка | Джибути | |||
Замбия | Көньяҡ Африка | Үҙәк Африка | Лусака | ||
Зимбабве | Көньяҡ Африка | Көньяҡ Африка | Хараре | ||
Кения | Найроби | ||||
Комор Утрауҙары | Көньяҡ Африка | Һинд океанындағы утрау дәүләте | Морони | ||
Маврикий | Көньяҡ Африка | Һинд океанындағы утрау дәүләте | Порт-Луи | ||
Мадагаскар | Көньяҡ Африка | Һинд океанындағы утрау дәүләте | Антананариву | ||
Майотта | н/д | Һинд океанындағы утрау территорияһы | н/д | Дзаудзи | |
Малави | Көньяҡ Африка | Лилонгве | |||
Мозамбик | Көньяҡ Африка | Мапуту | |||
Реюньон | н/д | Һинд океанындағы утрау территорияһы | Сен-Дени | ||
Руанда | Үҙәк Африка | Кигали | |||
Сейшель Утрауҙары | (ингл. Archipelago in the Indian Ocean) | Һинд океанындағы утрау дәүләте | Виктория | ||
Сомали | Төньяҡ-Көнсығыш Африка | Могадишо | |||
Танзания | Додома | ||||
Уганда | (ингл. East-Central Africa) | Кампала | |||
Эритрея | н/д | Асмэра | |||
Эфиопия | Төньяҡ-Көнсығыш Африка | Аддис-Абеба | |||
Көньяҡ Судан | (ингл. East-Central Africa) | н/д | Северная Африка | Джуба |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.