From Wikipedia, the free encyclopedia
Кәҫле — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә урынлашҡан ҡала, Кәҫле районының административ үҙәге. Эре индустриаль һәм мәҙәни үҙәк, шулай уҡ халыҡ кәсептәре үҙәге, Кәҫле - суйындан ҡойолған сәнғәти әҫәрҙәре менән данлы.
Кәҫле | |
Байраҡ | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 1747 |
---|---|
![]() | |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Кәҫле районы һәм Каслинское городское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Каслинское городское поселение[d][1], Екатеринбург өйәҙе, Свердловский округ[d] һәм Кәҫле районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
17 500 кеше (1931)[2], 21 300 кеше (1939)[2], 21 837 кеше (1959)[3], 21 000 кеше (1967)[2], 20 672 кеше (1970)[4], 21 166 кеше (1979)[5], 21 530 кеше (1989)[6], 21 200 кеше (1992)[2], 19 700 кеше (1996)[2], 19 400 кеше (1998)[2], 19 091 кеше (2002)[7], 19 100 кеше (2003)[2], 18 600 кеше (2005)[2], 18 400 кеше (2006)[2], 18 300 кеше (2007)[2], 17 624 кеше (2008)[8], 17 932 кеше (2009)[9], 16 969 кеше (2010)[10], 16 955 кеше (2011)[11], 16 879 кеше (2012)[12], 16 776 кеше (2013)[13], 16 708 кеше (2014)[14], 16 637 кеше (2015)[15], 16 488 кеше (2016)[16], 16 263 кеше (2017)[17], 16 013 кеше (2018)[18], 15 853 кеше (2019)[19], 15 673 кеше (2020)[20], 15 383 кеше (2021)[21], 15 006 кеше (2023)[22] |
Майҙан | 39,76 км² |
Почта индексы | 456830–456835 |
Урындағы телефон коды | 35149 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Каслей[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Каслях[d] |
Кәҫле Викимилектә |
Ҡала Силәбе өлкәһенең төньяғында Иртәш, Оло Кәҫле, Кесе Кәҫле, Кирәте һәм Сөнгөл күлдәре араһында, Силәбенән 125 км ( автомобиль юлынан), 90 км (тура юлдан) алыҫлыҡта урынлашҡан.
Кәҫле атамаһы (башҡ. Кәҫле, диалек. Кәһте) Оло һәм Кесе Кәҫле күлдәре атамаһынан килеп сыҡҡан тип фараз итәләр. (башҡ. Ҡаҙлы тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фекерҙәр ҙә бар [23].
Кәҫле топонимы тураһында тәүге яҙмалар 17-се быуатта уҡ күренә башлай.
1695 йылда Себер слободаларында йәшәүселәр Иван һәм Петр Алексеевич батшаларға ялыу яҙалар, унда «кроме той дороги, которая идёт меж озёр Иртяш и Касли купецким людям проехать негде. Башкиры в той земле для промыслов безденежно не пускают, берут деньги и всякое унижение чинят» тип зарланалар [24]
1747 йылдың 23 майында Кәҫле ҡасабаһы булараҡ нигеҙләнә, бында суйын ҡойоу һәм тимер сығрыу заводы төҙөлә башлай. 1751 йылда заводты Демидов Никита Никитич һатып ала. Суйын Ҡариҙел йылғаһы буйлап Европа яғына оҙатыла[25]. Кәҫлегә тәүгеләр итеп заводчик Яков Коробковҡа Ырымбур губерния канцелярияһы указы менән беркетелгән зат-ырыуын белмәгән, никаһыҙ тыуғандар урынлаштырыла (ведомостең күсермәһе Кәҫле тарихи-художество музейында һаҡлана). Рәсәйҙең үҙәк райондарынан ер эҙләп, ҡасып килеүселәр, иҫке обрядсылар өҫтәлә. Һуңғараҡ заводҡа бөтөнләйгә Тула, Сембер һәм Калуга губерниялары крәҫтәиндәре күсерелә [26]
1899 йылғы Урал буйынса юл күрһәткестә, Кәҫле заводы Екатеринбург өйәҙенең көньяҡ өлөшөн колониялаштырыуҙа бик мөһим роль үтәне, тип әйтелә. Заводҡа Тула һәм Олонец заводтарында иң оҫта һөнәр эйәләре күсенеп килә[27].
1910 йылда Пермь губернияһыЕкатеринбург өйәҙенең Кәҫле заводы төҫлө фотографияларға эләгә. [28] Рәсәй фотографы Сергей Михайлович Прокудин-Горский был сюжеттарҙы тарихҡа теркәп ҡалдыра.
1929 йылдың 25 февралендә Кәҫле ҡала тибындағы ҡасабаға әүерелә, 1942 йылдың 29 июлендә ҡала статусы ала.
1934 йылдың 17 ғинуарында ҡасаба Урал өлкәһенән Силәбе өлкәһенә күсерелә.
1957 йылдың 29 сентябрендә плутоний-238 сығарыусы "Маяҡ" комбинатындағы Ҡыштым аварияһы арҡаһында, халыҡты күсерә башлайҙар.
1963 йылдың 1 февралендә Кәҫле районы бөтөрөлә, Ҡоншаҡ районы ойошторола, Кәҫле Ҡыштым ҡалаһына инә.
.
Халыҡ иҫәбе | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1931[29] | 1939[29] | 1959[30] | 1967[29] | 1970[31] | 1979[32] | 1989[33] | 1992[29] | 1996[29] |
17 500 | ↗21 300 | ↗21 837 | ↘21 000 | ↘20 672 | ↗21 166 | ↗21 530 | ↘21 200 | ↘19 700 |
1998[29] | 2002[34] | 2003[29] | 2005[29] | 2006[29] | 2007[29] | 2008[35] | 2009[36] | 2010[37] |
↘19 400 | ↘19 091 | ↗19 100 | ↘18 600 | ↘18 400 | ↘18 300 | ↘17 624 | ↗17 932 | ↘16 969 |
2011[38] | 2012[39] | 2013[40] | 2014[41] | 2015[42] | 2016[35] | |||
↘16 955 | ↘16 879 | ↘16 776 | ↘16 708 | ↘16 637 | ↘16 488 |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[43] ҡалаһы араһында [44] 375-се урында була
Кәҫле данлыҡлы сәнғәти суйын әйберҙәре менән танылған. Суйын ҡойоу заводына хәҙер «Мечел» ЯСЙ-һы хужа. 265 йыл элек барлыҡҡа килгән машина эшләү заводы Уралда металлургия үҫешенә ҙур өлөш индерә.Кәҫле заводына 1860 һәм 1861 йылдарҙа Санкт-Петербургтағы күргәҙмәлә алтын һәм көмөш миҙалдар бирелә. Был уңыштарын кәҫле оҫталары Парижда, Венала, Филадельфияла, Копенгагенда, Стокгольмда үткәрелгән Бөтә донъя күргәҙмәләрендә раҫлайҙар. Суйын ҡойоу сәнғәте бөгөн дә дауам итә.
Ҡалал йәнә бер завод — ЯСЙ «Радий» ( «Кәҫле радио заводы») бар.
Шулай уҡ балыҡ заоды, тегеү фабрикаһы, тәжрибә урман хужалығы эшләп килә.
Кәҫле аша төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары үтә: Ҡыштым (Ҡыштым — Кәҫле), Красноуфимск (Красноуфимск — Нязепетровск — Үрге Өпәле — Кәҫле). Ул Екатеринбург федераль автоюлына М5 сыға.
Ҡала йәмәғәт транспорты: ике автобус маршруты [45] , шәхси ҡала һәм ҡала яны таксиҙары эшләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.