Курдистан
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Курдиста́н (курд. کوردستان, Kurdistan; һүҙмә-һүҙ: «курдтар иле») — Яҡын Көнсығыштағы этногеографик һәм тарихи өлкә[1].
Курдистан | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-ku-latn" does not exist. | |
Байраҡ | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Дәүләт |
Иран Ираҡ Төркиә Сүриә |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Урта Көнсығыш |
Ҡулланылған тел | ҡорд телдәре, Ғәрәп теле, фарсы теле һәм Төрөк теле |
Курдистан Викимилектә |
Курд ерҙәренең күбеһе Әрмән һәм Иран таулыҡтары төкәлгән ерҙә[2], шулай уҡ Үрге Месопотамия территорияларында урынлашҡан[3].
Территорияла башлыса ерле халыҡ булып торған[2], курд халҡы йәшәй[4]. Күрдистандың аныҡ билдәләнгән сиктәре юҡ.
Сығанаҡтарҙа термин беренсе тапҡыр XI быуаттан башлап осрай[5]. «Курдистан» терминының тәүге тапҡыр ҡулланылыуы[5] термина 1075 йылға ҡарай[6].
Баш ҡалаһы — Амед (Диярбаҡыр[7][8],[8], ул Курдистандың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта курдтар Курдистан ерҙәренең 20%-ҡа яҡынын ғына контролдә тота.
Көнбайыш Азиялағы территория, унда курд мәҙәниәте, курд теле һәм милли үҙенсәлеге таралған, курдтар халыҡтың байтаҡ өлөшөн тәшкил итә[9]. Географик яҡтан Курдистан таулы ерҙәрҙән ғибәрәт.[10].
XI быуаттан тәүге тапҡыр телгә алына[5].
Мәхмүт Ҡашғари 1075 йылда үҙенең «Диуану лөғәт әт-төрк» йыйынтығында Донъя картаһын төҙөй һәм Курдистанды «Әрзул Әкрад» тип атай, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «Курдтар иле» тигәнде аңлата[6]. Шулай уҡ әрмән тарихсыһы Матфей Эдесский (Маттеос Урхаеци) хәҙерге Төркиәнең Шанлыурфа һәм Диярбаҡыр провинциялары биләмәләрен Курдистан тип атай[11]. 1120 йылда Сәлжүк империяһында үҙәге Бехар (Хамадан) булған (хәҙерге Ирандың төньяҡ-көнбайышы һәм Ираҡтың төньяғы) «Курдистан» провинцияһын төҙөй[2].
Курдистан термины «курдтар иле» тигәнде аңлата. Курдистан һүҙендәге -стан ялғауы — был иран телендә «ил» тигәнде аңлатҡан суффикс.
Б. э. т. 189 йылдан 90 йылға тиклем бойондороҡһоҙ Кордуен батшалығы, ҡайһы бер тикшеренеүселәр әйтеүе буйынса, протокурд дәүләте һәм Курдистандың антик атамаһы булып тора.
Боронғо заманда был төбәктә төрлө төркөмдәр йәшәгән, улар араһында гуттйҙар, хурриттар[12], маннейҙар[12] һәм әрмәндәр булған. Маннейҙарҙың тәүге тыуған иле Урмия күленән көнсығышҡа һәм көньяҡҡа, яҡынса хәҙерге Мехабадтың үҙәгендә урынлашҡан булған. Төбәк Бөйөк Кир II һәм Дарий I идара иткән ваҡытта фарсы хакимлығына эләккән.
«Ислам энциклопедияһы» билдәләүенсә, Ван күленән көньяҡтараҡ Корчайк өлкәһе һәм Хаккари курдтары ерҙәре булған, географик яҡтан Әрмәнстанға ҡараһа ла, улар һәр ваҡыт әрмәндәрҙән бойондороҡло булмаған[13].
империяһының тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Кордуен Батшалығы Ван күленән көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығышҡа, Фарсы иле менән Месопотамия араһында урынлашҡан була[14]. Хәҙерге Көнбайыш Курдистанда, Үрге Тигр йылғаһы буйында, ассирий һәм мидий сиктәренән алыҫ түгел, ҡалҡыу урынды кардух ҡәбиләләре биләгән. «Ираника» энциклопедияһына ярашлы, ҡайһы бер авторҙар кардухтарҙы курдтарҙың ата-бабаһы тип иҫәпләй, әммә уларҙан да бигерәк — куртийҙар уларҙың ата-бабаһы булыуы ихтимал[15].
Б. э. т. 66 йылда Кордуэна Рим республикаһының вассал дәүләтенә әйләнгән һәм б. э. 384 йылына тиклем Рим менән союздаш булып ҡалған[16]. Б. э. т. 66 йылдан һуң тағы биш тапҡыр Рим менән Фарсы араһынан үткән. Кордуэна Тигранакерттан көнсығышҡа, йәғни хәҙерге Диярбакырҙан көньяҡ-көнсығышҡа (хәҙерге Төркиәнең көньяҡ-көнсығыш өлөшө) урынлашҡан була. Кордуена б. э. т. 189 йылдан алып 90 йылға тиклем бойондороҡһоҙ була, оҙаҡ ваҡыт - Парфия, Рим һәм Бөйөк Әрмәнстан араһында бәхәсле территория, б. э. т. 60 йылдан алып — Рим империяһы составындағы биләмә булып торған[17]. Кардухтар боронғо иран телендә һөйләшкән[18].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.