Косово Милли китапханаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Косово Милли китапханаһы (алб. Biblioteka Kombëtare e Kosovës; сер. Kosova Narodna biblioteka / Косово халыҡ китапханаһы) — өлөшләтә танылған Косово Республикаһындағы юғары китапхана учреждениеһы, илдең баш ҡалаһы Приштинала урынлашҡан.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Косово Милли китапханаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1944 |
---|---|
Дәүләт | Косово[1] |
Административ-территориаль берәмек | Приштина[1] |
Урын | Приштина |
Ойошма ағзаһы | Международная федерация библиотечных ассоциаций и учреждений[d][2] |
Архитектор | Andrija Mutnjaković[d] |
Архитектура стиле | брутализм[d][3] |
Мираҫ статусы | Cultural heritage monument of Kosovo[d][1] |
Адрес | Трг Хасан Приштина |
Рәсми сайт | biblioteka-ks.org |
Косово Милли китапханаһы Викимилектә |
Ябырға
Китапхананың төп миссияһы — Косовоның документаль һәм интеллектуаль мираҫын йыйыу, һаҡлау, үҫтереү, аңлайышлы һәм теләгән һәр кешегә алып уҡыу уңайлы булыуын тәьмин итеү. Китапхана шулай уҡ күргәҙмәләр үткәрә, милли гәзиттәрҙең архивтарын һаҡлай һәм башҡа ҡайһы бер хеҙмәттәр тәҡдим итә. Милли китапхана уникаль тарихы һәм бинаһының уникаль стилдә булыуы менән дә танылыу алған. Проекттың авторы — хорват архитекторы Андрия Мутнякович.