Коканд ханлығы

Өс үзбәк ханлығының береһе From Wikipedia, the free encyclopedia

Коканд ханлығыmap

Коканд ханлығы (үзб. Qo'qon xonligi); ҡаҙ. Қоқан хандығы, фарс. خانات خوقند Khānāt-e Khughand) — 17091876 йылдарҙағы үзбәк дәүләте[1], баш ҡалаһы Коканд булған. Ул хәҙерге Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы ерҙәрен биләп торған. Иң сәскә атҡан осоронда майҙаны 820 мең км²-ға еткән. Коканд ханлығы Бохара ханлығы һәм Хиуа ханлығы рәтенән өс үзбәк ханлығының береһе булып тора[2]

Thumb
Хоҙаяр хан һарайы, Kоканд
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми тел ...
Коканд ханлығы
фарс. خانات خوقند
үзб. Qo'qon xonligi
Нигеҙләү датаһы 1709
Рәсми тел фарсы теле
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Коканд ханлығы
Административ үҙәк Коканд
Халыҡ һаны 2 000 000 кеше
Алмаштырылған Фәрғәнә өлкәһе[d]
Алыштырған Старший жуз[d] һәм Бохара ханлығы
Ҡулланылған тел фарсы теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1876
Майҙан 220 000 км²
Thumb
Рәсми дине Ислам
Thumb
 Коканд ханлығы Викимилектә
Ябырға

Дәүләт ҡоролошо

Дәүләттең башында хан тора. Уның тирәһенә эре феодалдар һәм чиновниктар йыйыла. Ханға иң яҡын кеше — мең башы була. Юғары дәрәжәләргә ҡаҙнасы, хәрби министр, поли­ция начальнигы һәм башҡалар инә. Хан эргәһендә үҙе яҡынайтҡан сановниктарҙан торған кәңәшселәр ҡоро була. Улар ханлыҡтың тәржемәи хәлен һәр яҡлап тикшереп, фекер алышып тора. Ханлыҡтың ижтимағи һәм сәйәси тормошона мосолман дин әһелдәре көслө йоғонто яһай. Имам хандың кәңәшселәр ҡоронда ҡатнаша, уның фекере иң абруйлы һанала.

Урындағы түрәләр бәк һәм хакимдар тип атала. Ташкент хакимы айырым урын тота. Уны хан үҙе тәғәйенләй, дәрәжәһе — бәктәр бәге тип атала. Ҡышлаҡтарҙа хакимиәт аҡһаҡалдарға (староста) тапшырыла. Халыҡтың тәртибен, шәриғәтте үтәүҙәрен мөхтәсибтәр күҙәтеп тора. Ҡорбаштары (полиция) бәктәргә һәм хакимдарға буйһона. Ғәскәр һыбайлы һәм йәйәүле яугирҙәрҙән туплана. Кәрәк булған осраҡта оран ташлап, ҙур ғәскәр йыялар.

Хөкөм эше ҡаҙыйҙар ҡулында була, уларҙың башлығы — ҡаҙый-ҡалон тип атала. Был вазифаларға, ғәҙәттә, дин белгестәрен ҡуялар. Хөкөм ҡарарҙары шәриғәткә нигеҙләнеп сығарыла. Был хөкөмдарҙың шәриғәтте нисек аңлауына, аңлатыуына бәйле була, шуға күрә ғәҙелһеҙлектәр ҙә ебәрелә. Үлем язаһы һәм туҡмауҙар киң ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.