Катманду
From Wikipedia, the free encyclopedia
Катманду́ (непал काठमाडौं [kɑʈʰmɑɳɖu], Kāthmāndau) — Непалдың баш ҡалаһы һәм ғәйәт ҙур ҡалаһы, уның тарихи, иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙәге. Ҡалала миллиндан ашыу кеше йәшәй.
Катманду | |
һинд काठमांडौ | |
Флаг | |
Этнохороним | katmandais[1], katmandaise[1], Katmanduano, Katmandais[2] һәм Katmandaise[2] |
---|---|
Дәүләт | Непал |
Административ үҙәге | Непал[3] һәм Королевство Непал[d] |
Административ-территориаль берәмек | Катманду[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:45[d] һәм NPT[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Bisnumati River[d] һәм Багмати[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Мэр |
Хөкүмәт башлығы | Balendra Shah[d] |
Ойошма ағзаһы | Лига исторических городов[d][4], Всемирная федерация туристических городов[d][5] һәм Organization of World Heritage Cities[d][6] |
Халыҡ һаны | 845 767 кеше (2021)[7] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1400 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Исфаһан, Пхеньян, Сиань, Чэнду[8], Юджин (Орегон) һәм Мацумото[d] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Civilization V[d] |
Майҙан | 49 450 000 квадрат метр |
Рәсми сайт | kathmandu.gov.np |
Һештег | काठमाडौँ һәм Kathmandu |
Портал открытых данных | Open Data Kathmandu[d] |
Тема иҡтисады | economy of Kathmandu[d] |
Урындағы телефон коды | 01 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Катманду[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Kathmandu[d] |
Катманду Викимилектә |
Катмандуның бейеклеге яҡынса 1300 метр булған тауҙар үҙәне — Непалдың Катманду, Лалитпур (Патан), Бхактапур, Киртипур, Панаути тигән невар ҡалалары һәм күп һандағы монастырҙар, ғибәҙәтханалар үҙәктәре һәм мәҙәни һәйкәлдәре менән дан ҡаҙанған тарихи өлкәһе.
Ҡаланың 2000 йыллыҡ бай тарихы бар. Баш ҡаланың XVII—XVIII веков быуаттарҙағы тышҡы йөҙө һаҡланып ҡалған, тап Малла династияһы королдәре хакимлыҡ иткән дәүерҙә ҡала эсендә әүҙем төҙөлөштәр алып барыла. Дини һәм мәҙәни фестивалдәр —ҡала халҡы тормошоноң мөһим бер өлөшө. Катманду халҡының күпселегеиндуизмға тоғро, буддизмды хуп күреүселәр һан буйынса икенсе урында тора. Ҡалала башҡа диндәргә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә байтаҡ, шуға ла Катманду донъялағы иң космополитик ҡалаларҙың береһе тип һанала. Непали теле — бында иң киң таралған тел.
Катманду — Непалдың эре мәҙәни-белем биреү үҙәге. Ҡалала Король академияһы, Милли колледж, Санскрит колледжы, Трибхуван исемендәге университет, Нәфис сәнғәт ассоциацияһы урынлашҡан. Бынан тыш Катманду Непал милли музейы, нумизматика музейы һәм Милли һәм Үҙәк һәм башҡа китапханалары менән бөтә донъяға билдәлелек яулаған.
Катманду, Лалитпур һәм Бхактапур ҡалалары үҙ-ара тығыҙ бәйле, шуға ла был өс ҡаланың иҫтәлекле урындары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә бер һаҡ объекты — «Катманду үҙәненең Бөтә донъя мираҫы»[9][10] исеме аҫтында индерелгән.