From Wikipedia, the free encyclopedia
Каталин Ева Верешне-Новак (мадьярса Veresné Novák Katalin Éva, 6 сентябрь 1977 йыл) — Венгрияның ҡатын-ҡыҙ-сәйәсмәне. 2017 йылдан Фидес партияһы Вице-рәйесе. 2018 йылдан Венгрия Милли йыйылышы депутаты. 2018 йылдан Ғаилә, йәштәр эштәре һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса Дәүләт секретары (министр). Почетлы легион ордены (2019) кавалеры. Польша Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары ордены (2019) Командоры. 2022 йылдың 10 мартында Венгрияның Дәүләт Йыйылышы Каталин Новакты илдең Президенты итеп һайланы[9].
Каталин Новак | ||
мадьярса Veresné Novák Katalin Éva | ||
| ||
---|---|---|
5 мая 2018 года | ||
Дине: | кальвинизм[d][8] | |
Тыуған: | 6 сентябрь 1977[1] (47 йәш) Сегед[d], Венгрия[1] | |
Исеме: | мадьярса Novák Katalin Éva | |
Партия: | Фидес — Венгерский гражданский союз[d] | |
Белеме: | Сегеди фәндәр университеты[d] Университет Западный Париж — Нантер-ля-Дефанс[d][6] Университет Корвина[d] SZTE Gyakorló Gimnázium és Általános Iskola[d] | |
1977 йылдың 6 сентябрендә Сегед ҡалаһында тыуа.
1996—2001 йылдарҙа Корвин университетында иҡтисад өйрәнә . 2001—2004 йылдарҙа Сегед университетында һәм Көнбайыш Париж университеты — Нантер-ля-Дефанста хоҡуҡ өйрәнә.
2017 йылда Виктор Орбан етәкселек иткән Фидес партияһының вице-рәйесе була.
2018 йылдың 8 апрелендәге парламент һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса Венгрия Милли йыйылышы депутаты итеп һайлана[10].
Сит ил эштәре министрлығында эшләй. 2010 йылда министр кәңәшсеһе була. 2012 йылда Золтан Балог етәкселегендәге Венгрия Хеҙмәт ресурстары министрлығы советына етәкселек итә. Француз телле илдәр эштәре буйынса дәүләт министры вазифаһын биләй. Премьер-министр Виктор Орбан етәкселегендә Орбандың 2018 йылдың 18 майында ойошторолған дүртенсе кабинеты составында Милош Каслер етәкселек иткән Венгрия Хеҙмәт ресурстары министрлығында ғаилә, йәштәр һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр эштәре буйынса дәүләт секретары (министр) вазифаһын ала.
Традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн сығыш яһаған Бөтә донъя Ғаилә конгресында даими ҡатнаша.
Ире Иштван Вереш (Veres István Attila) — Венгр милли банкыхеҙмәткәре, өс балаһы бар: ҡыҙы Ката (Kata, 2008) һәм улдары Адам (Ádám, 2004) һәм Тамаш (Tamás, 2006).
Инглиз, француз, испан һәм немец телдәрендә һөйләшә[10].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.