үҫемлектәр морфологияһының, емештәрҙе һәм орлоҡ- тарҙы, уларҙың төрҙәрен, формаһын, төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлеге . From Wikipedia, the free encyclopedia
Карпология (от грек. καρπός — «емеш» һәм λόγος — «һүҙ», «ғилем») — үҫемлектәр морфологияһының, емештәрҙе һәм орлоҡ- тарҙы, уларҙың төрҙәрен, формаһын, төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлеге .
Карпология |
Карпологияның тикшеренеү бурыстары булып емештәрҙең һәм орлоҡтарҙың морфогенезын һәм онтогенезын, уларҙың таралыу законлылыҡтарын, шулай уҡ, орлоҡ һәм емештәрҙе аныҡлау өсөн практикала уңайлы булған ҡулланма булдырыу.
Емештәрҙе емеш эргәлеге (һутлы һәм ҡоро емештәргә) консистенцияһы һәм ундағы орлоҡтар һаны нигеҙендә морфологик классификациялау принцибы (односемянный многосемянный)[1] немец ботанигы Гертнер Йозеф (1732—1791) тарафынан тәҡдим ителә.
Был тәҡдим уның «et Fructibus Seminibus De Plantarum» (1788—1791).тигән фундаменталь хеҙмәтендә баҫылып сыға. Был классификацияны үҫтереүгә рус ғалимдары ла өлөш индерә, мәҫәлән, Гоби Христофор Яковлевич (1847—1919) һәм башҡалар.
Емеш сәскәнең емшәненән барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә, уны барлыҡҡа килтереүҙә сәскә төбө лә ҡатнашырға мөмкин. Сәскә емшәненең төп тәғәйенләнеше — эсендәге орлоҡ бөрөһөн мөхиттең насар тәьҫиренән һаҡлау.
Емештәр емшәндән барлыҡҡа килә. Сәскә һеркәләнгәндән һәм аталанғандан һуң, емшән үҫешә башлай. Емшәнгә туҡлыҡлы матдәләр килә башлай, һәм ул яйлап өлгөргән емешкә әүерелә.
Үҫеү һөҙөмтәһендә емшәндең ҡабығы, бер аҙ үҙгәреп, емешкә әүерелгәс, ул емешлек эргәлеге тип йөрөтөлә. Ә эсендәге орлоҡ бөрөһөнән орлоҡ үҫешә башлай.
Емешлек эргәлегенең төп бурысы:
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә емеш барлыҡҡа килтереүҙә сәскәнең башҡа өлөштәре лә ҡатнаша.
Емшән стеналарынан орлоҡто төрлө уңайһыҙ шарттарҙан һаҡлаусы емеш эргәлеге барлыҡҡа килә. Емеш өлгөрөү барышында емеш эргәлеге кибергә (сәтләүек) йәки һутлы итләскә (сейә) әйләнергә мөмкин.
Өлгөргән емештең эргәлеге төҙөлөшөнә ҡарап, бөтә емештәрҙе ҡоро емештәргә һәм һутлы емештәргә бүләләр.
Шулай уҡ, емшәндең эсендә орлоҡ бөрөһө берәү йәки күп булырға мөмкин. Орлоҡ бөрөһө берәү булһа, емеш бер орлоҡло һәм орлоҡ бөрөһө күп булһа, күп орлоҡло була.
Шулай итеп, сәскәле үҫемлектәрҙең дүрт типтағы емеше булырға мөмкин:
Орлоҡтарҙың һәм емештәрҙең таралыуын өйрәнеүсе карпология бүлеге карпоэкология тип атала.
Киң мәғәнәлә карпоэкология, йәки диаспорология — фән диаспораларҙың (үҫемлектәрҙең тәбиғи юл менән айырылып үрсеү өсөн хеҙмәт иткән вегетатив һәм генератив өлөшө) таралыу законлылыҡтарын өйрәнә .
Слева — плод ландыша майского (Convallaria majalis), справа — плод брусники (Vaccinium vitis-idaea) |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.