From Wikipedia, the free encyclopedia
Кавказ алды (рус. Предкавка́зье) — тарихи-географик өлкә, башлыса Оло Кавказ итәгенән төньяҡҡа табан Кума-Маныч уйпатлығы, Сальск-Маныч тауҙары теҙмәһе, көнбайыштан Аҙау диңгеҙе һәм Керчь боғаҙы, көнсығыштан Каспий диңгеҙе менән сикләнгән тигеҙлек биләмәһе[1]..
Кавказ алды | ||||
Хәҙерге көндәге өлкәләр |
Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғы | |||
---|---|---|---|---|
Халҡы |
урыҫтар, чечендар, украиндар, аварҙар, ҡумыҡтар, даргиндар, нуғайҙар, осетиндар, адыгейҙар, ҡабарҙылар, черкестар, балҡарҙар, ҡарасайҙар һ.б.. | |||
Хәҙерге исеме | ||||
Өлкә биләгән урын (хәҙерге картала) |
Ставрополь крайы, Краснодар крайының һәм Адыгеяның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, шулай уҡ Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө һәм Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Ингушетия, Чечня һәм Дағстандың төньяҡ тигеҙлек райондары | |||
| ||||
Тарихи өлкә урынындағы хәҙерге өлкәләр: | ||||
|
Тау алды көнбайыш-төньяҡ-көнбайыштан көнсығыш-көньяҡ-көнсығышҡа оҙонлоғо 900 км ашыу, меридиан менән киҫелеше (төньяҡ сигенән көньяҡ сигенә тиклем алыҫлыҡ) — 300 км-ға тиклем.
Орография йәһәтенән Кавказ алды бүленеше:
Көнбайыш һәм Урта Кавказ Алды — мөһим игенселек районы, Көнсығыш Кавказ алдында урынлашҡан ярымсүл көтөүлектәр. Кавказ алды райондарының күбеһендә нефть (Русский Хутор, Малғабәк-Вознесенский һ. б.) һәм газ (Төньяҡ Ставрополь, Майкоп, Ленинград һ. б.) ятҡылыҡтары билдәле.
Кавказ алды территорияһында Көньяҡ һәм Төньяҡ-Кавказ федераль округы урынлашҡан. Кавказ алды биләмәләрендә тулыһынса тиерлек Ставрополь крайы, Краснодар крайының һәм Адыгеяның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, шулай уҡ Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө һәм Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Ингушетия, Чечня һәм Дағстандың төньяҡ тигеҙлек райондары урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.