КХЛ 2016/2017 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
КХЛ 2016/2017 йылдар миҙгелендә — Континенталь хоккей лигаһының туғыҙынсы беренселеге. Даими чемпионат, 2016 йылдың 22 авгусында башланып, 2017 йылдың февраль айында тамамланасаҡ. Артабан апрелгә тиклем Гагарин кубогы өсөн «плей-офф» уйындары уҙа. Был миҙгелдә КХЛ тарихында тәү тапҡыр командалар һаны 29-ға етте. Был чемпионаттан һуң лига составынан Новокузнецкиҙан «Металлург» һәм Загребтан «Медвешчак» хоккей клубтары сыға[1].
Башлана | 22 август 2016 |
---|---|
Тамамлана | 16 апрель 2017 |
Даими чемпионат | |
Асыш кубогы | ![]() |
Континент кубогы | ![]() |
Иң яҡшы бомбардир | ![]() |
Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы | Сергей Мозякин |
Иң мәргән уйынсы | ![]() |
Уйындар һаны | 870 |
Плей-офф | |
Гагарин кубогы | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 4 : 1 |
Плей-офф MVP | ![]() |
КХЛ миҙгелдәре | |
←2015/2016 | 2017/2018→ |
Миҙгел барышында — 2016 йылдың 15 декабренән башлап — тигеҙ иҫәпкә тамамланған уйындың өҫтәмә ваҡытты, ХАХФ ҡағиҙәләре буйынса, «өскә-өс» форматында үткәрелә башланы. Был үҙгәреш бары тик даими миҙгел беренселегенең уйындарына ғына ҡағыла.
21 ғинуарҙа КХЛ йондоҙҙар уйыны сиктәрендә үткәрелгән оҫталыҡтар ярышында Көнсығыш конференцияһы командаһы 5:2 иҫәбе менән еңә[2]. Бөтә йондоҙҙар уйыны тәү тапҡыр дүрт командаһы менән мини-турнир форматында үтә. Турнирҙа еңеүҙе Чернышёв дивизионы командаһы яулай[3].
Даими миҙгелде һәм көнбайыш конференцияһын 137 мәрәй менән өсөнсөгә Мәскәүҙән ЦСКА еңә. Көнсығышта 124 мәрәй менән беренсе ғәмәлдәге чемпиондар — Магнитогорскиҙан «Металлург» була. Мәскәү өлкәһенән «Витязь» КХЛ тарихында тәү тапҡыр плей-оффҡа эләгә. Сергей Мозякин даими миҙгелдең иң яҡшы бомбардиры һәм мәргән уйынсыһы була.
Гагарин кубогының финалында СКА хоккей клубы серияла 4-1 иҫәбе менән ғәмәлдәге чемпионды ота һәм икенсегә Гагарин кубоын яулай. «Металлург» ҡапҡасыһы Василий Кошечкин плей-офф уйындарының им ҡиммәтле уйынсыһы тип таныла[4].