КПСС Үҙәк Комитеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты (1917 йылдың яҙына тиклем: РСДРП Үҙәк комитеты, 1917—1918 РСДРП (б) Үҙәк комитеты, 1918—1925 ЦК РКП(б) Үҙәк комитеты , 1925—1952 ВКП (б) Үҙәк комитеты — партия съездары араһында юғары партия органы. Иң күп ағзанан торған КПСС Үҙәк Комитеты составы (412 ағза) КПСС-тың XXVIII съезында (1990) һайлана.
Ленин һәм башҡа нигеҙ һалыусылар РСДРП эске демократия принциптарына таяныусы ойошма булыр, тип ҡабул иткән, һөҙөмтәлә партияла бер ваҡытта ла рәйес, Үҙәк комитет рәйесе йә ҮК Политбюроһы рәйесе вазифалары булмаған. Үҙәк комитет секретары баштан уҡ фәҡәт техник роль үтәгән[1].
Август фетнәһе тормошҡа ашырылмағандан һуң, 1991 йылдың 23 авгусында Мәскәү мэры Г. Х. Попов бойороғо буйынса Иҫке майҙанда КПСС Үҙәк комитеты һәм КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты биналары бикләнеп мисәтләнә[2], шулай итеп, уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла. Шул уҡ көндә РСФСР Президенты указы менән республика биләмәһендәге төбәк партия ойошмаларының эшмәкәрлеге туҡтатыла[3]. СССР-ҙың Юғары Советы 1991 йылдың 29 авгусындағы ҡарары менән КПСС Үҙәк комитеты эшмәкәрлеген туҡтата[4], партия биналары һәм башҡа мөлкәте мисәтләнә. 1991 йылдың 6 ноябрендә РСФСР Президенты Б. Н. Ельцин үҙенең указы менән КПСС һәм уның республика ойошмаһы — РСФСР Коммунистар партияһының Рәсәй биләмәһендәге эшмәкәрлеген тыйҙы, партия милке Рәсәй властары милкенә тартып алынды. 1992 йылдың 30 ноябрендә Рәсәй Конституция суды РСФСР Коммунистар партияһының-КПСС-тың беренсел ойошмаларын таратыуҙы законһыҙ тип тапты, әммә партияның Үҙәк комитетын таратыу үҙ көсөндә ҡалдырылды.