From Wikipedia, the free encyclopedia
Йүрмәтау, Ярматау, Юрматау (рус. Юрматау) — Башкортостан Республикаһы Белорет районында, Көньяҡ Урал тауҙарындағы һырт.
Йүрмәтау | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Йүрмәтау һырты Башҡорт Уралының көнбайыш өлөшөндә, Белорет районында урынлашҡан. Бейеклеге 570—854 м булған 10‑ға яҡын түбәһе бар (Кесе Юрмаш, Юрмаш тауҙары). Төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә армыт — Оло Юрматау һырты урынлашҡан.Һыртта Нөгөш йылғаһы һәм уның бик күп ҡушылдыҡтары башлана.
Географик координаттары: N 53° 28' 58 E 57° 22' 48 [2]
Һырт төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә Кесе Нөгөш йылғаһынан Оло Нөгөш йылғаһына тиклем 35 км-ға һуҙылған. Һырттың рельефы — түбәләре көмбәҙ рәүешле, битләүҙәре һөҙәк. Көньяҡ өлөшөндәге йылға үҙәндәрендә карст соҡорҙары бар.
Һырттың оҙонлоғо — 35 км, киңлеге яҡынса 10 км, бейеклеге — 842 м.
Тау тоҡомдары урта рифей свиталары юшаһы — күмерле һәүерташтар, ҡомташтар, егәҙе‑комаров — күмерле, хлорит‑кварцлы һәүерташтар һәм биктимер — алевролиттар, аргиллиттар, кварцлы ҡомташтарҙан ғибәрәт. Антропоген ҡатламдар һәүерташтар, алевролиттары, аргиллиттары, доломиттар, эзбизташтар, өҫкө рифейҙың кварц ҡомташтарынан тора. .
Ландшафы һоро тау‑урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы ҡайын, ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан, тау болондарынан тора.
Көньяҡ өлөшөнөң ландшафы — ҡарағас урмандары, күрәнле һәм ҡыуаҡлы һаҙлыҡтар.
Йүрмәтауҙың күренешен һарыҡтың эс майын оҙон-оҙон итеп ҡырҡып, ас эсәк менән ҡушып үреп әҙерләнгән йүрмә тип аталған ашамлыҡ[3] менән сағыштырып, йә «йүрмәләү»[4] — ваҡ-ваҡ баҫып атлау тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип тә аңлаталар. Быныһы тау менгәндәге атлауҙы аңлаталыр, күрәһең.
Халыҡ телендә тау бер нисә вариантта аталып йөрөй — Йүрмәтау, Юрматау, Ярматау.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.