Йыр
шиғыр тексын еңел, хәтерҙә ҡалырлыҡ көй менән берләштергән вокаль музыка / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йыр — шиғыр тексын еңел, хәтерҙә ҡалырлыҡ көй менән берләштергән вокаль музыка. Йыр жанр, бәйләнеш, башҡарыу формаһы һәм башҡа билдәләре менән айырыла. Йыр бер йырсы тарафынан һәм хор тарафынан башҡарылыуы мөмкин. Йыр музыкаль инструменттарға ҡушылып, һәм ҡушылмай башҡарылыуы (a cappella) мөмкин.
Йыр | |
Инструментовка | вокал[d] |
---|---|
Һештег | song |
Модель элементы | Wuthering Heights[d] һәм Poovukkul[d] |
Өлөшләтә тура килә | песнь[d] һәм лирико-музыкальное произведение[d] |
Викимәғлүмәт документацияһы | Use audio track (Q7302866) instead for track on a music album, EP or single. |
Йыр Викимилектә |
Йыр — башҡорт йола поэзияһының йәки фольклорҙың киң таралған жанрҙарының береһе. Унда беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, тормош-көнкүрешенең, йолаларының төрлө яҡлап сағылышын күрәбеҙ. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең Тыуған илен, батырҙарын данлай, шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡ үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән. Халыҡтың көндәлек тормош-көнкүрешенә яҡын булыуы, поэтик яҡтан камиллығы, көй һәм йыр тарихының берҙәмлеге башҡорт йырҙарын оҙон ғүмерле ижад төрө иткән. Башҡорт халыҡ йырҙарын төрлө принциптан сығып төркөмләргә мөмкин. Көйҙәренең характерынан сығып, мәҫәлән, уларҙы оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙарға, ә йөкмәткеһе буйынса тарихи һәм лирик йырҙарға бүлеп йөрөтәләр.
Йыр — тар мәғәнәлә музыка-тел төҙөлөшө ябайлығы менән һыҙатланған бөтә халыҡтарҙа ла булған кесе лирик шиғри жанр; киң мәғәнәлә һүҙ һәм көйҙөң бер үк ваҡытта ҡатнашҡан ойоштормаһы[1].
Йырҙың көйө дөйөм алғанда текстың образлы йөкмәткеһенең дөйөмләштерелгән, йомғаҡлау сағылышы булып тора. Көй һәм текст структураһы буйынса оҡшаш: улар бер тигеҙ төҙөлөшлө — (йыш ҡына рефренлы — ҡушымталы) строфаларҙан йәки куплеттарҙан тора[2].